Лайыҡлылар һайланды
11 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

Һайлау участкаһында 2 электрон һайлау урнаһы (КОИБ) ҡуйылғайны. "Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, Ветерандар партияһынан күҙәтселәр булды. Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары (Өфө ҡалаһынан һәм урындағы бүлектән) һәм медицина хеҙмәткәрҙәре һайлауға килеүселәрҙең именлеге һәм һаулығы һағында торҙо. Һайлау участкаһында төшкә тиклем 1, һуңынан 2 күсмә һайлау төркөмө эшләне. Улар 36 кешенең йортона барҙы.
1666-сы һайлау участкаһы үҙ эшен теүәл иртәнге 8.00 сәғәттә башланы. Туғыҙынсы яртылар тирәһендә тәүгеләрҙән булып 80 йәшен үткән Рауза Носратулла ҡыҙы Салауатова, Рауил Хатип улы Әхмәтов һайланы. Мәғариф ветерандары - элекке уҡытыусы, Толпар мәктәбенең элекке директоры Ишмөхәмәт Ишбирҙе улы һәм тормош иптәше элекке башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Гөлсирә Нәбиулла ҡыҙы Кәримовтар, бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ, үҙебеҙ ҙә һайлау комиссияһында күп эшләнек, - тип комиссияның эшендә уңыштар теләп хушлашты.
Иң өлкән һайлаусылар араһында 1933 йылғы Валентина Ежкова ла булды. Ҡарағай ауылында тыуып үҫкән, 50-се йылдарҙа Красноусолға күсеп килгән Валентина Ивановнаға ошо көндәрҙә 85 йәш тула. Һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлай Мәүлетҡолов уның өйөнә барып һайлатты. Балаларын эйәртеп, бөтә ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп булды һайлауға. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиева тормош иптәше Рафаэль, ҡыҙы Гөлназ, кейәүе Ринат, ейәндәре һәм ейәнсәре менән килгән.
Шулай уҡ был һайлау участкаһында теркәлгән беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ 18 йәшлек 24 кешегә бүләктәр (БР Үҙәк һайлау комиссияһының Ҡотлау хаты, блокнот, календарҙар) әҙерләнгәйне. Был көндө участкаға уларҙың 7-һе килде, бер нисәүһе ғариза буйынса икенсе урындарҙа һайлаған.
1666-сы һайлау участкаһында һайлаусылар исемлегендәге 1170 кешенең байтағы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне, һәр кем үҙе лайыҡ тип иҫәпләгән партия һәм кандидат өсөн тауыш бирҙе.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.