Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
14 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Ғаилә йылы сиктәрендә ауылдарҙа уңған, өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, милли йолаларҙы тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу, ситтә йәшәгән туғандарҙы бергә йыйыу ниәтендә һәр төрлө саралар - ғаиләләр ярышы, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары уҙғарыла.
Әллә ни ҙур булмаһа ла, берҙәмлеге, тырышлығы менән эргә-тирә ауылдарға өлгө булырлыҡ Бәләкәй Үтәш (Бәрлеүәҫ) ауылы ла йәшелсә-емеш өлгөргән, бесән сабылып ташылып бөткән мәлдә ауылдаштарын  бергә йыйҙы.
Уларҙы ҡотларға теләгәндәй, көнө лә ҡояшлы булды. Байрам булырын ишетеп алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан ауылдаштар Бәрлеүәҫтең тирә-яғын күреп һоҡланды. Эйе, етди әҙерләнгәндәр байрамға. Урамдар төҙөкләндерелгән, йорт-ҡура тирәләре тәртипкә килтерелгән, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнованың хәстәрлеге менән юлдарға ҡом-таш түшәлгән.
Абруйлы ауылдаштарын икмәк-тоҙ менән хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Уларҙы бер нисә йорт алдында әҙерләнгән, мул һыйҙан эйелеп торған өҫтәлдәр һәм тамаша көтә ине. Беренсе туҡталыш Фәүриә һәм Камил Сәйғафаровтар йорто алдында булды. Улар туғандары менән бергәләшеп "Бәпес туйы” йолаһын күрһәтте. Һоҡланғыс тамаша ине был. Айгөл һәм Миңнияр Ғәбдиевтар ҙа мул табын әҙерләгән. "Туй килә, туй!” тип ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде һәм ошо мәл тырантас егелгән, ҡыңғырауҙар тағылған ат күренде. Ә тырантаста парлашып Ғәбдиевтарҙың оло ағалары Нурмөхәмәт менән еңгәләре Клара, эргәләрендә еңгә-һеңлеләре ултыра ине. Уларҙың иңде-иңгә терәп бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тулған икән. Йырлап-бейеп юбилярҙарҙы ҡаршылағас ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәттән ауыҙ итергә саҡырҙылар. Рәйес Рахманғолов ағайҙың йорт алдына күргәҙмәгә ҡуйылғандай картиналар эленгәйне. Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ картиналарҙы Рәйес ағайҙың Өфөлә йәшәүсе энеләре Раян менән Рәфис эшләгән.
- Бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөү менән мауығам, минән күреп, ана, ағайымдың улы Рәфис тә өйрәнде,- ти Раян ағай. Әллә ҡайҙан үҙенә тартып, ауыл урамына үҙенсәлекле йәм биреп торған картиналар эргәһенән китәһе лә килмәй ине.
Бына ауылдың ағинәйе Зәбиҙә апай Рафиҡова йорто ҡунаҡ ҡаршылай. Уның тырыш, егәрле балаларын ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла беләләр һәм хөрмәт итәләр. Ә ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлфиә Рафиҡованы белмәгән кеше юҡтыр.
Дамира менән Рәжәп Арыҫлановтарҙың өҫтәлендә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине. Улар ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Баҡсалары һәр саҡ тәрбиәле. Уңғанлыҡтары менән ауылдаштары араһында күптәр абруй яулаған парҙар.
Миңлейәр Арыҫланов әҙерләгән һый ҙа ауылдаштар күңеленә хуш килде.
Мәйсәрә менән Әүхәт Шафиҡовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл булып киткән. Ошо уңайҙан уларҙың балалары өҫтәл һәм матур тамаша әҙерләгән. Рәйлә һәм Наил Мөхәмәтйәновтарҙың бөтә туғандары ла ҡайтҡан. Улар ысын артистар кеүек оҫта итеп "Аулаҡ өй” йолаһын сәхнәләштерҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, ололарҙың күңел ҡылдарынан сиртеп, йәшлектәренә алып ҡайтты.
Фәүзиә менән Фиҙаил Иҫәнғәлиндар күпләп умарта тота. Байрамда улар бал айыртып күрһәтте, баллап сәй эсергә саҡырҙы. Фидаил Иҫәнғәлин һәм алда телгә алып киткән йорт хужалары хаҡында гәзит биттәрен тултырып әллә күпме йылы һүҙҙәр яҙырға мөмкин булыр ине.
Бәрлеүәҫтәр әллә ҡайҙан ярҙам өмөт итмәйенсә бергәләшеп аҡса йыйып (һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштары иҫтәлегенә арнап үҙ ҡулдары менән обелиск төҙөгән.
Байрамдың икенсе өлөшөндә ошо обелискыны асыу тантанаһы булды. Үзбәк ауылы имамы Илфат  Ғәлин яугирҙар рухына Ҡөрьән аяттары уҡып фатиха биргәндән һуң тәүге һүҙ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәноваға бирелде. Ул обелиск төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе.
- Үткәнебеҙ онотолорға тейеш түгел, -тине ул. Үзбәк мәктәбе уҡыусылары шиғыр һөйләп сараға йәм бирҙе. Тантананы Әлфиә Рафиҡова менән Люциә Яхина (Рахманғолова, сценарий авторы) алып барҙы. Яугирҙар исемлеге яҙылған таҡтаташты ауыл аҡһаҡалдары Рәйес Рахманғолов менән Әүхәт Шафиҡов асты, обелиск сәскә гөлләмәләренә күмелде.
Был өлөш тамамланғандан һуң халыҡ ауыл ситенә ағылды. Байрамдың икенсе өлөшө ошонда үтте. Күптәр сәхнә тирәһенә йыйылды, волейбол, арҡан тартыш һәм башҡа спорт уйындарын тамаша ҡылыусылар ҙа байтаҡ ине. Бер ситтәрәк тирмә ҡоролоп, унда Рима Рафиҡова менән Менәүәрә Сәйғафарова аш-һыу әҙерләп, теләгәндәргә барып тамаҡ ялғап алырға ла мөмкин ине. Сәхнәләге тамашаны Айҙар Рафиҡов менән Гөлфиә Рафиҡова мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Нурғәле Ғәбдиев, Фәнзил Ғәлин, Камил Сәйғафаров, Сабир Рафиҡовтың йырҙары, Азамат Итекәевтың ҡурай моңдары, шулай  уҡ Гөлфиә менән Айҙар Рафиҡовтың йырҙары һәм башҡа ауылдаштарҙың сығыштары байрамдың йәмен арттырҙы. Әлиә Сәйғафарованың бейеүе лә күңелдәргә хуш килде. Ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы сәхнәгә күтәрелеп, ошо сараны ойоштороуҙа һәм уға әҙерлек барышында әүҙемлек күрһәткән Нәзир Шәрипов, Марс Рафиҡов, Айҙар Мөхәмәтйәнов, Айгөл Ғәбдиева, Әлфиә Рафиҡоваға район хакимиәтенең  һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бәрлеүәҫтәрҙе байрам айҡанлы район Советы депутаты Рәмзиә Юлмөхәмәтова тәбрикләне. Шағирә Әлиә Рәхимова (Мөхәмәтйәнова) ауыл тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, туғандары менән бергәләшеп үҙе яҙған йырҙы башҡарҙылар. Таһир Рафиҡов байрам менән ҡотлап ҡына ҡалманы, ауылдаштарына бүләктәрен дә таратты. Ул үҙе ситтә йәшәп тыуған ауылында атай нигеҙенә яңы йорт һалған. Урам тирәһе лә төҙөк, тәрбиәле булып, ауылдың матурлығын арттыра. Ауыл старостаһы Нәзир Шәрипов менән ауыл Советы депутаты Марс Рафиҡовтың да әйтер һүҙҙәре бар ине. Улар ауылдаштарына рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара һуңында номинацияла еңеүселәр бүләкләнде. Шулай итеп, "Иң матур йорт” номинацияһында Фәрзәнә һәм Нәзир Шәриповтар, Айгөл һәм Миңнияр Ғәбдиевтар, Рима һәм Марс Рафиҡовтар еңеүсе булды. Ауылда күпләп мал аҫраусылар араһында Лида һәм Миңлебай Рафиҡов, Әлфиә һәм Әфҡәт Сәйғафаровтар айырым билдәләнде. "Иң матур сәскәлек” тип Дамира менән Рәжәп, Зөбәржәт менән Таһир Рафиҡовтарҙың баҡсаһы күрһәтелде. Рәйлә һәм Наил Мөхәмәтйәновтар – "Иң күп умарта тотоусы”, Мәйсәрә менән Әүхәт Шафиҡов, Фатима һәм Рәйес Рахманғолов, Клара һәм Нурмөхәмәт Ғәбдиев, Рәйлә һәм Миҙхәт Рафиҡов – "Өлгөлө ғаилә”, Зәбиҙә Рафиҡова – "Дингә әйҙәүсе”, Ирина һәм Дамир Рафиҡов – "Музыкаль ғаилә”, Миңлебикә Мөхәмәтйәнова – "Иң тырыш хужабикә”, Зөфәр Ғәбдиев – "Тыуған ауылға бирелгәнлек” номинацияларында бүләкләнделәр. Шулай итеп, бәләкәй генә ауыл халҡы ҙур ауылдарҙың ҡулынан килмәҫлек бик ҙур, әһәмиәтле, фәһемле матур байрам үткәрҙе. Бәрлеүәҫ халҡы үҙенең берҙәмлеген күрһәтте. Алған тәьҫораттар күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр әле. Ауыл халҡы үҙ шәжәрәләрен төҙөп, әҙерләп биргән һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтовҡа ла ҙур рәхмәтле.
Фәрғәт ҒӘЛИН.