Һөҙөмтәле һөйләшеү булды
30 ноября 2018 йыл | Йәмғиәт

Һөҙөмтәле һөйләшеү булды27 ноябрҙә район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотов шәхси һорауҙар менән граждандарҙы ҡабул итте. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ депутат ярҙамсыһы Филарет Әсфәндийәров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов ҡатнашты.
Ҡабул итеүгә районыбыҙҙың төрлө ауыл биләмәләренән һорау-үтенестәр менән 7 кеше килде.
Красноусолдан  З.З.Миңлеғо-лова ҡасан да булһа дәүләттең "һуғыш балалары” хаҡында иҫенә төшөрөп, льготалар булдырылыу мәсьәләһен күтәрҙе. "Беҙгә, һуғыш осоро балаларының күңеленә шул тиклем дә ауыр, сабый ғына көйөнә эшкә егелдек, кейемгә туйынмай, өшөп-туңып эшләнек, ә бер ниндәй ҙә файҙа күрмәнек, шул арҡала хәҙер күптәребеҙ ауырый-һыҙлана, пенсиябыҙ бик әҙ, дарыуһыҙ йәшәй алмайбыҙ, ә улары бик ҡиммәт”, тип аһ-зарын белдерҙе ул. Аҡкүлдән И.К.Сәйетғәлиев ауылдаштарын борсоған бер нисә һорауҙы депутатҡа еткерҙе. Ул  ауылға тәғәйен генә автобус йөрөмәүенә зарланды (берҙән-бер "ПАЗ” автобусы яҡын-тирә 5 ауылды хеҙмәтләндерә). Ауыл кешеләре әллә күпме ваҡыттарын сарыф итеп, район үҙәгенә килеп еткәнсе дауаханаға табип ҡабул итеүенә лә өлгөрә алмай, шулай уҡ башҡа йомоштарын үтәй алмай ҡайтып китергә мәжбүр булыуҙарын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Был хаҡта райондағы инстанцияларға хат яҙыуҙары ла бушҡа булған. Аҡкүлдә фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельд-шер ғына эшләүен билдәләп, табип һәм "Ашығыс ярҙам” автомашинаһы мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Илгиз Камалетдин улын шулай уҡ Красноусолдағы автостанцияның (автовокзал) күптәрҙә бигүк һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырмауы борсой, хатта бәҙрәфтең тышта һәм унда тәртипһеҙлек хөкөм һөрөүенә әсенде. Красноусолдан бер ҡатын Татар Саскүлендәге мәрхүм булған әсәһенең өйөн авария хәлендә тип таныуҙарында ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. "Красноусол” ("Имәнкәй” һәм "Ҡояшлы” майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала) балаларҙы ял-һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры директоры И.А.Цыбина "Имәнкәй” майҙансығында төҙөкләндереү, атап әйткәндә, ҡаплаулы душ, эстрада йәки ҙә булмаһа дискозал эшләү кеүек өлгөрөп еткән мәсьәләне депутатҡа еткерҙе. "Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.Афанасьев иһә бер нисә йыл күтәрә килгән – ҡаҙанлыҡты реконструкциялау мәсьәләһен бәйән итте. Ибраһимдан Д.Б.Мозафаров ауылда тол ҡатындар - тыл хеҙмәтсәндәренә (өс тиҫтәләп ҡатын-ҡыҙ) арнап һәйкәл ҡуйырға теләүен һәм был эштә ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Имәндәш ауылынан С.Ғ.Түзбәков Ҡарағай-Имәндәш ауылдары араһындағы 4 саҡрым тирәһендәге юлға һәм ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт  һалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Ауыл имамы булараҡ, Имәндәштә мәсет төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙыу теләген дә еткерҙе.
Депутат А.Н.Изотов ҡабул итеүгә килеүселәрҙең барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, ҡайһыларына яуапты шундуҡ бирҙе, өйрәнеү, хәл итеү талап ителгәндәрен яҙып алды һәм ярҙам күрһәтеләсәген, тейешле яуаптар бирәсәген белдерҙе.
Индира ИШКИНА.