Еңеүселәргә - дипломдар
04 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Еңеүселәргә - дипломдарРайондың урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары араһында запастағы граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм ошо эште алып барыу буйынса йыл һайын үткәрелгән смотр-конкурстың һөҙөмтәләре район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.
1 февралдән 25 октябргә тиклем уҙған конкурста 16 ауыл биләмәһе хакимиәте һәм 18 ойошма, предприятие һәм хужалыҡтар ҡатнашҡан. Район хакимиәте дипломдары менән:
- ауыл биләмәләре ауыл хакимиәттәре араһында I дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 1-се урынға лайыҡ булған Яңғыҙҡайын ауыл Советы, II дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 2-се урынды алған Ташлы ауыл Советы, III дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 3-сө урын өсөн Красноусол ауыл Советы бүләкләнде.
Шулай уҡ хәрби иҫәп эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн Табын, Сәйетбаба, Аҡкүл ауыл Советтарына күсмә вымпелдар тапшырылды.
- иҫәпкә ҡуйыусы ойошмалар араһында: I дәрәжә Дип-лом һәм күсмә вымпел менән 1-се урынға лайыҡ булған "Красноусол” шифаханаһы ЯСЙ-е, II дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 2-се урын өсөн Красноусол балалар шифаханаһы, III дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 3-сө урын алған Үҙәк район дауаханаһы, IV дәрәжә Диплом һәм күсмә вымпел менән 4-се урын өсөн "Баш-киравтодор” АО-һы филиалы – Ғафури юл-төҙөү ремонтлау идаралығы тәбрикләнде.
Райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, Красноусол автотранспорт предприятиеһы, район ветеринар станцияһы күсмә вымпелдар менән бүләкләнде. Хәрби иҫәпте алып барыуҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешкән "Аҡкүл” ЯСЙ-е, Ленин исемендәге колхоз, "Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһы, "Красноусол  коммуналь хужалығы” МУП-ы маҡтап телгә алынды. Был ойошмаларҙа запастағы граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу күрһәткесе 70% тәшкил иткән.
Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Ф.А.Ғимаҙиев ошо мөһим эште башҡарыу буйынса райондың республикала алдынғылар рәтендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе һәм район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.И.Герасимовты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.