Иң мөһим документ
14 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Иң мөһим документКрасноусол ауы-лында йәшәүсе 14 йәшлек өс үҫмер өсөн 14 декабрь иң мөһим документ – Рәсәй гражданы пас-портын алған көн булып хәтерҙәрендә ҡаласаҡ. Сараның район полицияһы музейында үтеүе тантананы тағы ла сағыуыраҡ итте.
Паспорт алыу-сыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен, туғандарын миграция һорауҙары буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Ольга Фролова һәм эске эштәр бүлеге ветераны, отставкалағы милиция майоры, музей директоры Камил Хәлитов тәбрикләне. Ошо көндән үҫмерҙәрҙең илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары булыуын билдәләне, паспортҡа һаҡсыл ҡарашта булырға өндәне.
- Бөгөн һеҙгә икеләтә байрам, - тине Камил Фәйзрахман улы үҙ  сығышында. – Беренсенән, 12 декабрь  - Рәсәй Конституцияһы көнө, икенсенән, ошо тантаналы көндә һеҙгә паспорттар тапшырыла. Һеҙгә сәләмәтлек, уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ, Рәсәй гражданы тигән юғары исемде намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөрһөгөҙ тип ышанам.
Ҡотлауҙар һуңында полиция етәкселеге һәм ветерандар уҡыусыларға өр-яңы пас-
порттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Г.СИРАЕВА.