Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле
14 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгелеТыныс тормош өсөн көрәш алып барған инәй-олатайҙарыбыҙҙың сафы кәмей бара. Ләкин уларҙың башҡарған эштәре оло тарихи ваҡиғалар булып һаҡланып ҡала. Шуның өсөн дә беҙгә, йәш быуын вәкилдәренә, уларҙы онотмаҫҡа, хәтерләргә, хөрмәт итергә һәм ғорурланырға кәрәк. Күптән түгел үҙҙәренең 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән ветерандарыбыҙ Камил Таип улы Йәрмиев, Сәлхиҙә Лотфулла ҡыҙы Мәхийәнова һәм Ҡазихан Мирсаяф улы Вәлиевҡа арнап, ауыл клубында "Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле" тип исемләнгән сара үткәрҙек.
Юбилярҙарҙы ҡотларға ауылдаштар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм уларҙың балалары йыйылды. Сценарийҙы әҙерләп, алып барыусы, китапханасы Гөлшат Вәлиева ветерандарҙы ҡотлап, уларҙың тормош юлы тураһында ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм китапхана, ауыл клубы исеменән бүләктәр тапшырҙы. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көтөп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып йәшәгән юбилярҙарыбыҙҙы ҡотларға ветерандар советы рәйесе Закир Вәлиулла улы Ишмырҙин, "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов та килгәйне. Улар матур ҡотлау һүҙҙәренән тыш, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлеккә бүләктәр ҙә алып килгәндәр. Ауылдаштарыбыҙ Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Вәлиева, Фәнил Әҡсән улы Суфиянов та үҙҙәренең иң изге ҡотлау сәләмдәрен еткерҙеләр. Был иҫтәлекле байрам ауыл һәүәҫкәрҙәре Наил Хызыров, Фәймә Исхаҡова, Урал Мәүлембирҙин башҡарыуындағы йыр-көйҙәр һәм юбиляр Ҡазихан Мирсаяф улының килендәре, ейәнсәрҙәре әҙерләгән музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы.