Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә
14 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендәГәзиттә хәбәр ителгәнсә, республикала халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса "Инцидент” системаһы эшләй.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова әйтеүенсә, "Инцидент” системаһында район буйынса теркәлгән һорауҙарҙың күпселеге урамдарҙағы яҡтыртҡыстар тураһында. Шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылған мөрәжәғәттәр ҙә күп. Республика күләменә сығарылған һорауҙарға урындағы властарҙан яуаптар алына башланы ла инде. Мәҫәлән, Толпар ауылынан Рәйлә Шәйәхмәтова социаль селтәрҙә Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировҡа  мөрәжәғәтендә: "Толпар ауылы уртаһында мәҙәниәт йорто күптән инде ремонтҡа мохтаж, емерелеп төшөп килә. Урманды урлап бөтөп баралар, ауыл йәштәренә ер бирмәйҙәр. Мортаза ағай Рәхимов матур итеп мәктәп һалдырҙы, тик унда хәҙер башланғыс класс ҡына ҡалды. Башҡа балалар Красноусол башҡорт гимназия-интернатына йөрөп уҡый (уҡыусылар автобусҡа түләп йөрөй). Еҙем йылғаһы аша төҙөлгән күперҙә бысраҡлыҡ. Беҙҙең яҡтарға ла килеп сыҡһағыҙ ине,” – тип яҙа. Был мөрәжәғәткә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың яуабы: "Мәҙәниәт йортона килгәндә, Толпар ауылы халҡы 2019 йылға "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на инеп, мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе. Проектта еңеп, ауылда мәҙәни усаҡ булыр тип ышанабыҙ. Урман буйынса. Һеҙҙең ауылда үҙ эшенә яуаплы ҡараған урмансы бар. Әгәр ҙә урманды урлаған осраҡты беләһегеҙ икән, 8 (34740)2-13-36, 2-25-74 телефондарына шылтыратығыҙ. Ер мәсьәләһе. Толпар ауыл биләмәһендәге ерҙәр Урман фондына ҡарай. Әлеге көндә ерҙәрҙе күсереү буйынса документтар министрлыҡта, был һорауҙың ыңғай хәл ителерен көтәбеҙ. Мәктәп мәсьәләһенә килгәндә, һеҙҙең ауылда балалар һаны дөйөм белем биреү мәктәбе талаптарына: класта кәмендә 7 уҡыусы булырға те-йеш, һеҙҙә 2 генә - яуап бирмәй. Район мәғариф бүлеге Мәғариф министрлығына уҡыусыларҙы йөрөтөр өсөн теләһә ниндәй юлда йөрөүсе "ПАЗ” автобусына заявка биргән. 2019 йылдың 1-се ярты йыллығы аҙағына яңы автобус булыр тип көтөлә. Күпер буйынса. Әгәр бөтәбеҙ ҙә төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәһәк, күпер шул хәлгә тарымаҫ ине. Ауыл хакимиәте менән берлектә өмәләргә сығып, ауылды таҙалыҡта тотайыҡ, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡлайыҡ. Ихтирам менән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.”
Яуаптан күренеүенсә, етәкселәр тарафынан һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнелә, бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Артабан да гәзиттә был темаға мәғлүмәттәр баҫылып торасаҡ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА әҙерләне.