Иғтибарлы булығыҙ!
28 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Иғтибарлы булығыҙ!74-се янғын часы хәбәр итеүенсә, 2018 йылда ра-йонда 48 (былтыр - 43) янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 8 (4) кеше һәләк булған, 2 (1) кеше йәрәхәтләнгән. Һуңғы арала мунса яныу осраҡтары йышайған: быйыл 11 мунса янған.
Күп ваҡыт янғындар дөрөҫ урынлаштырылмаған мунса мейесе һәм мейес-мөрйәләрҙе ваҡытында ремонтламау арҡаһында сыға. Мейестең тиҙ тоҡаныусан материалдарға яҡын булыуы һәм самаһыҙ ҡыҙыу яғыу янғын сығыуға килтерә. Мунсаны 5-7 сәғәт буйы яҡҡанда мейес 800 градусҡа тик-лем ҡыҙа, ә мейескә тейеп торған ағас материалдар 300 градуста тоҡана. Быны мейестең урынын билдәләгәндә һәм уны сығарғанда иҫәпкә алырға кәрәк. Мейес тейеп торған стена һәм түбәләр эҫегә сыҙамлы материалдар, мәҫәлән, тимер киҫәге менән ҡапланған булырға тейеш.
Ҡыҙыу яғылған мейес мөрйәһенән дә янғын сығыу хәүефе бар: ундағы төтөн 500 градусҡа тик-лем ҡыҙа. Мөрйә торбаһы түбәнән сыҡҡан урын янмай торған махсус йөй менән эшкәртелергә тейеш.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса, мунса һәм сауналарға эҫегә сыҙамлы яҡтыртҡыстар һәм кабелдәр ҡуйыла. Әгәр ҙә сабыныу урынын 100 градустан артыҡ йылытҡанда, ағас таҡталарҙың ҡыҙыуы күҙәтелә. Бының тәүге билдәһе: ағастың ҡарайыуы. Уларҙы яңыларына алмаштырырға кәрәк. Мунса үтә ҡыҙып китмәһен өсөн, ташҡа йышыраҡ һыу һалығыҙ. Мейес ишеге ябыҡ булырға тейеш. Уны көл-күмерҙән, мөрйәне ҡоромдан даими таҙартығыҙ.
Ҡайһы бер осраҡта кешеләр мунса яҡҡандарын онота. Яғылған мунсаны ҡарап тормау янғын сәбәпсеһе була ла инде. Мунсала спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу, мейес өҫтөндә кер киптереү  ҡәтғи тыйыла.
Янғын осрағында 01, 2-11-01 телефондарына, кәрәҙле телефон аша "101”, "112” һандарына шылтыратығыҙ.
Вадим ОТМАХОВ,
янғын часы начальнигы.