“Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ!”
09 января 2019 йыл | Йәмғиәт

“Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ!”“Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ!”Республикала беренсе тапҡыр Ғафури районы ерлегендә "Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ” тип аталған мәҙәни-тарихи фестиваль булып үтте. Был мәртәбәле сара 1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорт полктарының ҡатнашыуына 205 йыл һәм башҡорт халҡының аҫыл улы, 12-се башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевтың тыуыуына 240 йыл тулыу айҡанлы  тантаналы шарттарҙа "Төньяҡ амурҙары” мемориалына сәскәләр һалыу менән башланып китте.
Рәсәйҙең хәрби тарихын өйрәнеү, 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә ихтирам һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙа Ватанға хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта ҡорал тотоп уны яҡларға әҙер тороу идеяһын һеңдереү маҡсатында ойошторолған был фестиваль БР Мәҙәниәт министрлығы, Ғафури район хакимиәте, БР-ҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Мәҙәниәт-ара хеҙмәттәшлек үҙәге” ижтимағи-мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса автономлы  коммерциялы булмаған ойошмаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең рес-публика төбәк бүлексәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамы менән тейешле кимәлдә матур үтте.
1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорттар иң ҡеүәтле дошманға ла ҡаршы тора алырлыҡ икәнен, тиҙ ойошоу һәләтен, үҙ-үҙен аямай азатлыҡҡа ынтылышын, сыҙамлы, ҡыйыу икәнлектәрен күрһәткән. Башҡорттоң саялығын дошман үҙ елкәһендә татый. Башҡорт атлылары беренсе булып Данциг, Лейпциг, Веймар, Шатобриан, Парижға барып инә. Сена йылғаһында башҡорттар ат эсерә. Башҡорт атлыларын француздар "Төньяҡ амурҙары” тип атай. Халҡыбыҙ, сәсәндәр 1812 йылдағы һуғышта ҡатнашҡан батырҙарын данлаған йырҙар, ҡобайыр һәм эпик поэмалар ижад иткән. "Любезники – любизар”, "Абдрахман батыр”, "Кутузов”, "Ҡаһым түрә” йырҙары ошо хаҡта һөйләй. Был ҙур сарала тарихи йырҙарыбыҙҙы ишетеү, эйәрле аттарҙа рухлы ир-аттарыбыҙҙы күреү ҙә тарихи осорҙо күҙ алдына баҫтырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы фойеһында башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫына арналған күргәҙмә һәм ҡурай (Илһам Байбулдин), балаҫ һуғыу (Рабиға Йәрмиева) буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны.
Ҙур рух күтәренкелеге менән башланған фестиваль район мәҙәниәт һарайының тамаша залында дауам итте. Иң тәүге һүҙ алып барыусылар тарафынан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул башта райондағы дөйөм эштәргә байҡау яһаны һәм ошо мәртәбәле сараны үткәреү өсөн Ғафури ерен һайлауҙарына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына, килгән абруйлы ҡунаҡтарға,  шулай уҡ "Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовҡа рәхмәт белдерҙе.
- Ғафури районы Башҡортостандың географик үҙәге булып тора һәм бында донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба урынлашҡан. Тап ошо районда "Мәргән уҡсы” фестивале беренсе тапҡыр үтте. Быйылғы йылда республика буйынса уҡсылар фестивале үткәрергә уйлашабыҙ. Данлы Табын ырыуы ере республикабыҙға бик күп күренекле кешеләр ҙә биргән. Район тарихы ла бик бай, ә был фестиваль Ғафури районы брендына әйләнәсәк, - тигән өмөт белдерҙе үҙенең сығышында мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев.
Шулай уҡ Ғафури еренең бай, уникаль урындары күп булыуына үҙҙәренең һоҡланыуҙарын белдереп һөйләп үтте БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Артур Урал улы Вәлиев менән БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Әхмәт улы Ибраһимов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙей улы Ғәйнуллин үҙенең сығышында: "Ысынлап та, ата-бабалар рухына лайыҡлы булған ғафури халҡы.  Һеҙ, 1812 йылдағы Ватан һуғышындағы геройҙарға матур обелиск ҡуйып, бик ҙур эш башҡарғанһығыҙ. Ата-бабалар батырлығына иғтибарлы булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Республикала  беренсе һәйкәл Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында ҡуйылғайны, һуңынан башҡа ҡалаларҙа, ауылдарҙа ла ҡуйылды,  хәҙер Голландияла ла бар. Был изге эштәр аша балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе тәрбиәләйбеҙ.  Ата-бабаларыбыҙҙың аманатын, батырлығын иҫтә тотоу беҙҙең ҙур бурысыбыҙ”, - тине.
Башҡортостан  Граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгенән академик Салауат Хәмиҙуллин үҙе килә алмаһа ла, хеҙмәткәрҙәрен ебәргән. Табын башҡорттары тарихына арналған 28 томлыҡ "Башҡорт ырыуҙары тарихы” ғилми баҫмаһы тураһында  академик, философия фәндәре кандидаты Рафил Аҫылғужин менән Радик Бәхтиев һөйләп үтте.
Башҡортостандағы Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһынан Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Насибулла улы Рәхимов үҙенең "1812-1814 йылдарҙағы Наполеон һуғыштары дәүерендә Рәсәйҙең милли атлы ғәскәре” тигән китабы менән таныштырып үтте. Был китапҡа һүрәттәрҙе башҡорт рәссамы Азат Ҡужин әҙерләгән.
Республика йыр бәйгеләре лауреа-ты һәм еңеүсеһе Рәмил Сәйфуллин башҡарыуында "Ҡаһым түрә”  йыры ла сараны йәнләндереп ебәрҙе.
Залдағылар төркөмдәргә бүленеп, ике урында ҡыҙыҡлы, бай тарихыбыҙ тураһында  ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнашты. Беренсеһен - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Ғилми эҙләнеүҙәр үҙәге директоры урынбаҫары Валентина Латипова 12-се башҡорт полкы командиры Ҡаһым Түрәнең (Ҡаһым Мырҙашев) тыуыуына 240 йыл айҡанлы "Ватанға дан” темаһы менән башлап ебәрҙе. Уның сығышынан һуң Р.Рәхимов, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, "Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы К.Шаймарҙанов, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан  Ватан һуғышы яугирының бүлә-бүләсәре Г.Аҡсулпанова, Ж.Кейекбаев  музейы директоры Р.Ишмырҙина ҡыҙыҡлы, уйландырғыс темаларға сығыш яһанылар.
Үҙәк китапханала ойошторолған әҙәби ҡунаҡханала "Сәсәндәр аманаты – аҫыл ҡомартҡы” тигән темаға Сәйфулла Сәғитовтың - 125, Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллыҡтары айҡанлы бай йөкмәткеле түңәрәк өҫтәлде мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев үҙе алып барҙы. Ул үҙ сығышында Ғафури районында сәсәндәрҙең әүҙем, матур эшләүҙәренә лә туҡталып үтте.
"Донъя халыҡтары һүҙ сәнғәтендә авторлы ауыҙ-тел шиғриәте” темаһына филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың, "Шафиҡ Әминев-Тамъяни ижады” темаһына  филология фәндәре докторы, әҙәбиәтсе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипованың сығыштары тәрән фекерле, төплө нигеҙле булыуы менән ҡыҙыҡлы булды.
Сәсән – ул халыҡ шағиры һәм йырсыһы, фәлсәфәсеһе һәм уҡытыусыһы, ырыу-ҡәбилә, халыҡ тормошонда күренекле роль уйнаған йәмәғәт эшмәкәре, үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы, йәмәғәттә ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙанған аҡһаҡал булған. Сәсән Сәйфулла Сәғитовҡа 125 йыл уңайынан уның хеҙмәттәре тураһында "Башҡортостан энциклопедияһы”ның ғилми мөхәррире Нәфисә Миндийәр ҡыҙы Сиражитдинова һәм мәғариф ветераны, Сәйетбаба ауылы музейы етәксеһе Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина һөйләп үтте. Ә инде Мөхәмәтша Буранғоловҡа 130 йыл айҡанлы тарих фәндәре кандидаты, доцент Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, БР Милли әҙәби музейы ғилми хеҙмәткәре Радмил Рәмил улы Абдрахмановтың һөйләгәндәре лә фәһемле, бай йөкмәткеле булды. Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе исеменән Фәүзиә Ҡотлогилдина башҡарған эштәр, пландар менән уртаҡлашты.
БР Милли архивы директоры урынбаҫары, яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Нияз Булатбай улы Сәлимов "Шәхестәр иңендә – халҡым яҙмышы” китабын презентациялап, мауыҡтырғыс, йәнле, күп яҡлы сығыш яһаны. Һуңынан республика Сәсәндәр конкурсы еңеүсеһе Илһам Байбулдиндың думбырала уйнап ҡобайыр әйтеүе лә был "түңәрәк өҫтәл"дең йәнле  үтеүен күрһәтте.
Беҙҙең ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренән һуң килгән быуындарға гүзәл Ватан, ирек һөйөү, киләсәк хаҡында ҡайғырта белеү, матурлыҡҡа табыныу, бар эштә лә тыйнаҡлыҡты алдан йөрөтөү кеүек сифаттарҙы мираҫ иткән. Ата-бабалар тарихын, халҡыбыҙ тарихын белеү, уны һаҡлау мөҡәддәс бурысыбыҙ. Улар рухына лайыҡлы булып, киләсәк быуынға рух күтәренкелеген, Тыуған илгә булған оло һөйөү тәрбиәләйек. Сөнки бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан – тарихыбыҙҙан һут ала.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.