Республикабыҙ юбилейы - 2019 йылдың төп ваҡиғаһы
09 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Республикабыҙ юбилейы -   2019 йылдың төп ваҡиғаһыРәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының указдарына ярашлы, киләһе йылда республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы байрам саралары үтәсәк. Был оло тарихи датаны бөтөн ил буйынса билдәләү йәнә бер тапҡыр донъяға Башҡортостанды танытыу, сит илдәр халҡын уның титул милләте менән таныштырыу, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни йәһәттән үҫеш кимәлен билдәләү өсөн бик тә кәрәкле сара.
Уҙған быуат баштарында – Февраль һәм Октябрь түңкәрәлештәре булған 1917 йылда – милли хәрәкәтте етәкләгән, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуға көс һалған халҡыбыҙҙың олуғ шәхестәренә рәхмәт һүҙе һәм уларҙың рухы алдында баш эйеү булараҡ ҡабул ителһен ине был ижтимағи-сәйәси ваҡиға. Фәҡәт уларҙың ныҡышмалылығы менән 1917 йылдың 29  ноябрендә үк Бәләкәй Башҡортостанда, Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ, милли-ерле автономия иғлан ителә. Ләкин Совет власы дилбегәһен ҡулында тотҡан Үҙәк был мөхтәриәтте ҡабул итергә теләмәй һәм уны таныуҙы бик оҙаҡҡа – бер йыл да дүрт айғаса һуҙа.
Нисек кенә булмаһын, башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы, төплө белемле шәхестәре үҙ маҡсаттарына ирешә: 1919 йылдың март айында, ниһайәт, «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы хаҡында килешеү» төҙөлә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Рәсәй мөхитендә барлыҡҡа килгән тәүге федерация «ҡарлуғасы» булып таныла.
Башҡорт халҡын азат тормош юлына сығарыуҙы, аҫаба ерҙәрҙе сит бауырҙарҙан һаҡлап алып ҡалыуҙы, туған телде үҫтереүҙе һәм милләт мәнфәғәте хаҡына башҡа мөһим эштәрҙе атҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуя Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары Башҡортостан мөхтәриәтенә нигеҙ һалған да. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ленин-Сталин сәйәсәте халҡымдың изге маҡсаттарға ынтылышына кәртә ҡуя – күп тә үтмәй тарихи Килешеү ябай «ҡағыҙ киҫәге»нә тиңләштерелә.
Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе Әмир Ҡарамышев әйтмешләй, «88 тапҡыр баш күтәреп», быуаттар буйы хөр тормошҡа ынтылған, хәтһеҙ ҡорбан менән иҫәпләшкән ғорур халҡыбыҙ үткән быуат һынауҙарын да – Граждандар һуғышы, колхозлашыу, сәйәси золом дәүерен, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын – ниндәйҙер дәрәжәлә имен-аман үтте тип әйтергә мөмкин. Милләт сафы шаҡтай  һирәгәйһә лә, халҡыбыҙ, айырыуса йәштәребеҙ һуңғы йылдарҙа рухи йәһәттән  көсәйә бара. Иң мөһиме -  бөгөн туған телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, «Урал батыр» эпосы кеүек бай мираҫҡа эйә булған милли мәҙәниәтебеҙ бар һәм улар артабан да буласаҡ.
Республикабыҙҙа 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы йәнә бер тапҡыр башҡорт халҡын, уның рухи-мәҙәни ҡаҙаныштарын бар донъяға танытырына шик юҡ. 2021 йылда уҙғарыласаҡ сираттағы оло йыйын – Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара «Апимондия» конгресы -  халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлөн үҫтереүгә, данлыҡлы башҡорт балының бәҫен күтәреүгә, һис шикһеҙ, ярҙам итер тигән уйҙабыҙ.
Артабанғы быуаттарҙа ла шанлы һәм данлы юлдар үткән милләтебеҙ үҙ дәүләтселеген юғалтмай, аҫаба ерендә хужа булып, туған телен, милли шөғөлдәрен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалып, үҙ тарихын яҙыр, иншалла. Иң мөһиме – халҡыбыҙ яҙмышын үҙ иңенә алып, уның рухи маяғы, ныҡлы терәге булған, яҡты киләсәккә әйҙәгән Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров, Мортаза Рәхимов кеүек данлы шәхестәребеҙ бөгөн дә бар һәм артабан да буласаҡ әле.
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, тиҙәр. Яңы йылға яңы өмөт-ышаныс менән аяҡ баҫып, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған республикабыҙҙың юбилейы киләһе ҡаҙаныштарға ҡанат ҡуйыр, ә инде Башҡортостандың яңы етәксеһе халҡыбыҙҙы күптән борсоп килгән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, туған телде һәм тыуған ерҙе һаҡлап ҡалыуҙа көс һалыр, тип ышанғы килә. Бары тик ошо дөйөм эштән беребеҙ ҙә ситтән ҡалмаһаҡ һәм бер нәмәгә лә битараф булмаһаҡ ине.
Ҡәҙерле яҡташтар, Яңы йыл һәммәгеҙгә лә яңы дәрт-дарман өҫтәһен, һәр өй яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулһын!
Нияз СӘЛИМОВ,
журналист, яҙыусы,
йәмәғәт эшмәкәре.