Иҫке йылды оҙатҡанда
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Иҫке йылды оҙатҡандаИҫке йылды оҙатҡанда
Иҫке йылды оҙатҡандаУҙып барған йылдың һуңғы көндәренең береһендә, йәғни 29 декабрҙә Красноусолдағы М.Ғафури майҙанындағы Боҙ ҡаласығында Яңы йылға арналған үҙенсәлекле сара – халыҡ байрамы үтте. Байрам красноусолдарҙы ғына түгел, районыбыҙ ауылдарынан  бик күп кешене үҙенә йыйҙы. Байрам күрергә килгән барса халыҡты район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне.
Ниндәй байрам бүләкләүҙәрһеҙ бул-һын инде. Боҙ ҡаласығы майҙансығында милли орнамент менән биҙәкләп эшләнгән сәхнәне бүләкләнеүселәр буш тотманы. Әле берәүҙәр, әле икенселәр менеп, бүләктәрен ала торҙо. Алып барыусылар район хакимиәтенең халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүе бөтәбеҙҙе лә шатландырыуын билдәләп, авария хәлендәге йорттарҙан яңы торлаҡҡа күсенеүсе 15 бәхетленең исем-шәрифтәрен атаны. Уларҙың барыһы ла Фәнзил Фәйез улы ҡулынан ҡабатланмаҫ иң яҡшы Яңы йыл бүләктәре – нисәмә йылдар буйы көткән үҙҙәренә тәғәйен фатирҙарҙың символик асҡыстарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Шулай уҡ был көндө ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған 15 етем бала һәм 2 инвалид та фатир асҡыстарына эйә булып, ошондай бәхетле минуттар тулҡынында йөҙҙө.
Бүләк алыусылар күп булды был көндө. Рәсәй Федерацияһының "РФ граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә йәш ғаилә башлығы Александр Ярышев та торлаҡҡа таныҡлыҡ алды. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Ғафури ветеринария станцияһының кадрҙар буйынса инспекторы Гүзәлиә Сазанова менән Красноусол ветеринар участкаһы ветфельдшеры Шамил Мәҡсүтовҡа  Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
2015 йылдан алып район хакимиәте ҡарарына ярашлы, районыбыҙ мәктәптәре уҡыусылары араһында пат-риотик рух, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, дөйөм иҡтисади мәҙәнилекте күтәреү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡсатында "Мин – булдыҡлы” бизнес-проекттар конкурсы уҙғарыла килә.  Конкурсҡа йомғаҡ яһалып, тап ошо сарала еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы бүләкләп үтте. Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡыусылары Ксения Комлева (8-се кл.) менән Дарья Сазанова (11-се кл.) 1-2-се урындарҙы үҙ-ара бүлешһә, Рәзилә Рахманғолова (Үзбәк мәктәбе, 9-сы кл.) 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ районыбыҙҙың Эшҡыуарҙар союзы рәйесе Айрат Фәхретдинов Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусылары 1-се урын яулаған Гөлнур Нәзирова һәм 2-се урынға лайыҡ булған Карина Ғүмәроваға, 3-сө урын алған Сәйетбаба мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Әҙилә Зәйнуллинаға Союздың Маҡтау ҡағыҙҙарын, бүләктәр тапшырҙы.  "Успех” бизнес үҙәге етәксеһе Светлана Таһирова ла Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Ю.Скрипачева менән Үзбәк мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Э.Шәрипованы бүләкләп үтте.
Артабан һүҙ Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиеваға бирелеп, Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм Боҙ ҡаласығын төҙөүҙә ҙур тырышлыҡ һалған подрядсы Радик Арыҫлановҡа, электриктар Юрий Ефремов, Константин Рябов, Петр Пестряевҡа, шулай уҡ ҡаласыҡта сауҙа нөктәһе төҙөтөүсе "Имәнкәй” лагеры директоры Инна Пестряковаға бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың икенсе – иң ҡыҙыҡлы, күңелле өлөшө – Ҡыш бабайҙар парады булғандыр. Парадтың баш Ҡыш бабайы Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.Мөхәмәҙиеваға рапорт биргәндән һуң, уларҙың тамашаһы башланды. Ҡыш бабайҙар ҡайҙан ғына килмәгәндәр, ниндәйе генә юҡ (ҡаҙаҡ, башҡорт милли кейемендә), хатта араларында балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙ "Ҡыш бабайҙар”, Ҡар бабайҙар ҙа бар ине. Парад 5 тиҫтәнән ашыу Ҡыш бабайҙы үҙенә йыйҙы. Улар ике командаға бүленеп, ярышып бейене, үҙ һөнәрен күрһәтте, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, тирләп-бешеп бөттө. Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан ғына 7 Ҡыш бабай килгән. Иң йәш, иң оҙон, иң яҡшы, иң-иң, ғаилә, бейеүсе, башҡорт Ҡыш бабайҙары үҙ номинацияларында бүләктәр алды.
Яңғыҙҡайын, Үтәк, Мораҡ һәм башҡа ауыл биләмәләре, Красноусолдағы "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте, "Фоминдар” икмәкханаһы төрлө тәм-томло сәй өҫтәлдәре әҙерләгәйне. Ҡайнар сәй эсеп, йылынып алырға ла мөмкин ине. Сара һуңында балалар тәмлекәстәр менән һыйланды. Байрам һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
И.ӘЛИБАЕВА.