Иман яҡшылыҡҡа әйҙәй
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Иман яҡшылыҡҡа әйҙәйУн быуаттан ашыу дәүерҙәй Ислам дине халҡыбыҙға рухи нигеҙ һәм йәшәү ҡануны булып хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә иманлы тормошҡа ҡайтыусылар, дин менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Уның хәйерле һөҙөмтәһе булып хәмер һаҙлығы – эскелектән баш тартыу, әҙәпһеҙ күренештәрҙән ситләшеү, милли йолаларға иғтибар артыуын күрһәтергә була.
Кеше булып ҡалыу, милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн дә динебеҙҙе өйрәнеү, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү зарур. Халҡыбыҙҙың үҙ асылына йөҙ бороуы ҡыуаныслы. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың дини байрамдары тергеҙелә, мәсеттәргә йөрөүселәр арта, күп ауылдарҙа Ағинәйҙәр ойошмалары эшләй.
Районыбыҙҙа ағинәйҙәрҙең ауылдарға йөрөп үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуы матур күренешкә әйләнде. Был эште Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре башлап ебәреп, октябрь айында район ағинәйҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бай йөкмәткеле концерт әҙерләнде, ағинәйҙәрҙең мөнәжәттәре, бейеүҙәре, йырҙары барыһына ла оҡшаны, ҡул эштәре күргәҙмәләре лә ойошторолдо.
Ноябрҙә иһә ошондай осрашыу Родина-Ватан ауылында, декабрь айында – Үзбәк ауылында үтте. Был ауылдар ағинәйҙәре лә ҙур әҙерлек, сағыу сығыштар менән байрамды матур итеп үткәреп ебәрҙе. Ҡунаҡ ҡаршылағас әҙерләнергә кәрәк: концерт номерҙары, аш-һыу өҫтәле әҙерләү, халыҡты йәлеп итеү -  барыһы ла ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Ауылдарҙағы ағинәйҙәр үҙҙәренең ихласлығы, күркәмлеге, ойошҡан, берҙәм булыуы менән ошондай осрашыуҙарҙың ғына түгел, бар үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнай, төп көс һәм әүҙем ҡатнашыусы булып тора.
Уҙған йылдың декабрендә Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре Өфөләге "Нур” татар театрында үткәрелгән Мәүлит байрамында ҡатнашып ҡайтты. Сараға республикабыҙҙың 15 районынан һәм ҡалаларынан ағинәйҙәр йыйылды. Залда ҡул эштәренән күргәҙмәләр, иман тәрбиәһенә арналған китаптар һатыу ойошторолдо. Һәр район ағинәйҙәре үҙҙәренең эштәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр биреп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, нәсихәттәр, мөнәжәттәр әйттеләр.
Беҙҙең район ағинәйҙәре исеменән район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова ағинәйҙәрҙең һәйбәт эштәре тураһында һөйләне. Уның йөкмәткеле нәсихәттәре лә фәһемле булды. Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре лә республика ағинәйҙәрен сәләмләп, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, уларҙың мөнәжәттәре һәр кемгә оҡшаны.
Мәүлит байрамы район үҙәгендә лә матур үтте. Һәр ауылдан килгән ағинәйҙәрҙең мөнәжәттәре, оҫталыҡ эштәре байрамды йәмләне. Мул аш-һыу өҫтәлдәре район мәҙәниәт һарайы залын биҙәне.
Ағинәйҙәргә республика Мәүлит байрамына барырға ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа, бағыусы булған Руслан Зәки улы Бакировҡа, беҙҙе иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан Йөҙимән мәктәбенең автобус водителенә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.