Офицерҙан – фермерлыҡҡа
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Офицерҙан – фермерлыҡҡаӨс тиҫтәгә яҡын йыл элек үҙенең хәрби шинелен  ябай кейемгә алыштырған запастағы капитан Николай Алексеевич Карпунин Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ташландыҡ хәлдәге Красный Октябрь ауылына килеп төпләнеп, районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып фермерҙар рәтенә баҫыусыларҙың береһе. Ул күптәр кеүек эшмәкәрлеген бәләкәйҙән: бер нисә гектар ерҙе ҡуртымға алып, йәшелсәселектән башлай. Артабан мал үрсетеүгә тотоноп китә.
-Заманында фермерлыҡ эшен башлап ебәрер өсөн бар күңелемде бирҙем, тапҡан-таянғанымды, көсөмдө уны үҫтереүгә һалдым, - ти Н.Карпунин.
Йылдар үтеү менән тәжрибә лә, был эшкә ҡыҙыҡһыныу ҙа арта ғына бара. Йорт, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөй, һыу (хәҙер йылы һыу ҙа бар), электр үткәрә һәм башҡаһын тергеҙә. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормош көтөү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырыла, ҡалаң ары торһон. Фермерҙың бер минут буш ваҡыты булмай, яҙ етеү менән баҡса участкаһын һөрөп, йәшелсә сәсеү мәшәҡәттәре, артабан үҫентеләрҙе тәрбиәләү, көҙгөһөн уларҙы йыйып алыр мәл етә. Ауыл еренә хас булғанса, башҡа эш-проблемалар ҙа етерлек, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Ә Николай Алексеевич барыһына ла өлгөрөргә тырышып эш итә. Бында, әлбиттә, ваҡытын һәм көсөн дөрөҫ бүлергә мөмкинлек биреүсе хәрби сынығыуы  ярҙамға килә.
Ошо йылдар арауығында Н.Карпунинға үҙ хужалығын киңәйтергә лә мөмкинлектәр тыуа, хужалығын уңышлы алып барған фермерға район хакимиәте дәүләт ярҙамын юллап алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Фермер был аҡсаға сапҡыс, пресс-йыйғыс, тырма һәм башҡа тағылмалар һатып ала. Хәҙер иһә урып йыйыу өсөн комбайн, сәсеү һәм ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн барлыҡ техникаһы ла үҙенеке.
Әлеге ваҡытта Николай Карпуниндың 140 гектар ерҙәре (3 гектарҙан башлаған) бар. Былтыр 15 гектарҙа арпа, бойҙай (60 га) сәсеп, уңышы йыйып алынған һәм ҡалған майҙандарҙы күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары биләгән, көҙҙән 20 гектарҙа ужым арышы сәсеп ҡалдырған.  Ерҙә эшләгәс, төрлө йүнәлештә эшләргә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Бәрәңге йыл да 1 гектар, бер ни тиклем майҙанды йәшелсә биләй. Нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнә ул. Һыйыр малдары 46 баш булып, 20-һен  һауын һыйырҙары тәшкил итә. Һөттө дәүләткә һата, һөт йыйыу машинаһы килеп алып китә. Бәрәстәре менән 40-лап баш һарыҡ та аҫрала фермер хужалығында.  Фермерлыҡ эшенә тотонған ваҡытта Н.Карпунин район үҙәге халҡына йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе булараҡ яҡшы таныш ине.  Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә үҙ хужалығында үҫтереп, һатыуға сығарылған һәр төрлө йәшелсәһе,
айырыуса эре-эре кәбеҫтәләре, халыҡта ҙур һорау менән файҙаланды.
Булдыҡлы фермер малдарҙы аҫрау өсөн булғанына өҫтәп һарайҙар, йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн һаҡлағыс төҙөй.
Ғафури еренә ерегеп, хәҙер был төбәктә үҙ кешегә әйләнгән ер кешеһе - Николай Карпунинға артабанғы эшмәкәрлегендә уңыштар юлдаш булһын.
И.АЙҘАРОВА.