Алмағыҙ кеше рәнйешен!
05 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

Алмағыҙ кеше рәнйешен!Күп афәттәрҙең башында тап эскелек тора. Һеҙҙең хәрәм эсемлегегеҙҙе эсеп күпме ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ һәләк булды, күпме ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала, үҫеп килгән быуын шуларҙан өлгө алып үҫә, күпме енәйәт эшләнә. Кешеләрҙең төшөнкөлөккә бирелеүе, йәшәү мәғәнәһен юғалтыуы, үҙҙәренә ҡул һалыуы, урлашыу, ғәрип булыуҙар, эш боҙоу һ.б. проблемалар - "йәшел йылан" менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһе, сөнки эскән кешенең донъяһы түңәрәк: эшләргә теләмәй, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү, киләсәге хаҡында уйланмай, халыҡ яҙмышын ҡайғыртыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.  
Ауылдарҙа спиртлы эсемлек һатыусылар, уйланығыҙ, халыҡтың рәнйешен, ҡарғышын алмағыҙ! Һеҙҙе ауылдаштарығыҙҙың хәле ҡайғыртмай. Беҙ спиртлы эсемлек һатыусыларға тик нәфрәт менән ҡарайбыҙ. Улар үҙҙәренең кәсебе нимәгә килтергәнен күрә, ауылдаштарының ҡарғышын ишетә, әммә нәфселәрен тыя алмай. Шулай уҡ дин ҡанундарын да, дәүләт закондарын да һанға һуҡмай.
Быйылғы йылды "Башҡорт" йәмәғәт ойошмаһы Хәмергә ҡаршы һуғыш йылы тип иғлан итте. Ошо акцияға ҡушылып, Юлыҡта ир-егеттәр йыйыны булып үтте. Был йыйында ауылдаштарыбыҙҙы  борсоған һорауҙар күтәрелде һәм башҡа ауылдарҙағы кеүек, төп мәсьәләләрҙең береһе – эскелеккә ҡаршы көрәш булды. Йыйын ҡарары буйынса, кемдәр спиртлы эсемлектәр һата, шуларға аңлатыу эштәре үткәрелде: әүҙем егеттәр өйҙәренә инеп, йыйын ҡарарын аңлатты һәм башҡа һатмауҙарын талап итте. Әгәр артабан да кәсептәрен дауам итһәләр, беҙҙең һүҙҙе ишетмәһәләр, икенсе ысул ҡулланыласаҡ, штрафтар һалынасаҡ, унан да туҡтамаһалар, уларҙың исем-шәрифтәрен интернет селтәренә һалырға мәжбүр булабыҙ. Сөнки беҙҙең туғандарыбыҙҙы, ауылдаштарыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы үлтереүселәрҙең исемдәрен халыҡ белергә тейеш.
Ауыл халҡының күпселек өлөшө айыҡ тормош яҡлы.
Ауылдаштар милли йолалар һәм ҡабул ителгән закондарҙы һанға һуҡмай, еңел юл менән аҡса эшләүсе сауҙагәрҙәр эшмәкәрлеген туҡтатырға кәрәк тигән фекерҙә.
                                                                Юлыҡ ауылы йәштәре.