Бәхеткә юл
08 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

Бәхеткә юл...Мәктәптә ғәҙәти эш көнө башлана. Төрлө яҡтан килгән "Иҫәнмеһегеҙ”ҙәргә сәләм бирә-бирә, уҡытыусылар бүлмәһенә яҡынлашам. Ишек төбөндә бер төркөм балалар уҡытыусы апайҙарын уратып алған да, бер-бер артлы һорау яуҙыралар:
- Светлана Винер ҡыҙы! Бөгөн бассейнға барабыҙмы? Сәғәт нисәлә?
- Күп балалы ғаиләләргә тейешле документтарҙы ҡайҙа тапшырырға ул, апа?
- Апа, бына был малай кисә ҡайтҡанда мине ҡарға батырҙы!
Ситтән ҡарап торған кеше: "Йә, Хоҙай, уҡытыусыға Алла ярҙам бирһен! – тип урап үтер ине. Ә беҙҙең өсөн, йәғни балалар араһында һис ауырһынмай, ҡайһыһына йылмайып, ҡайһыһын әҙерәк шелтәләп, һәр береһенә тейешле  яуап биреп торған "апа”лар өсөн был ғәҙәти күренеш. Бына 28 йыл инде  Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Светлана Винер ҡыҙы Бикбаеваның һәр иртәһе шулай башлана.
Эйе, мәшәҡәтле, ығы-зығылы, тынғыһыҙ шул  уҡытыусының эше. Ул түҙемлек, сабырлыҡ, яғымлылыҡ һорай. Ләкин был һөнәрҙе һайлағанына Светлана Винер ҡыҙы һис тә үкенмәй. Сөнки уҡытыусы бөтә көсөн биреп, бала күңеленә тик яҡшылыҡты һеңдерә, тормошто яратырға өйрәтә, шуның менән бәхетле лә ул. Светлана Винер ҡыҙы иһә бәхетенең нигеҙендә тыуған ғаиләһендә, ата-әсәһенән алған тәрбиә ята, тип уйлай һәм ғүмере буйына уларға рәхмәтле булып ҡала.
Бик тырыш, аҡыллы бала булып үҫә ул. Яңғыҙҡайын урта мәктәбен тик "5”-ле билдәләренә генә тамамлай. Теләге – юрист һөнәрен үҙләштереү. Ләкин яҙмыш юлдары уны Татар Саскүле ауылына алып килә - хеҙмәт юлын 18 йәшендә татар теле уҡытыусыһы булып башлай. Унда ике йыл эшләгәндән һуң, тыуған ауылында мөхәббәтен табып, Фәнир Фәйзулла улы менән ғаилә усағын ҡабыҙалар. Шунан бирле тыуған мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә Светлана Винер ҡыҙы. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Уҡыған ваҡытта уны аңлап, һәр яҡлап ярҙам итеп тороусы тормош иптәшенә, ҡайны-ҡәйнәһенә лә бик рәхмәтле ул. Бер-бер артлы ике улдары – Данир менән Линар донъяға килә. Балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш, тәртипле, кешелекле булып үҫә. Бөгөнгө көндә Данир ғаиләле, тормош иптәше менән ҡыҙ үҫтерәләр, Линар ҙа, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, һөнәр алып, тырышып эшләп йөрөй. Ныҡ, татыу ғаилә, күҙҙәр генә теймәһен!
Тағы яратҡан эше менән бәхетле Светлана. Беҙ – хеҙмәттәштәр, ғүмер буйы татар балаларына рус теленән белем бирәбеҙ. Күпме уртаҡ проблемалар хәл ителгәндер был осорҙа. Светлана гел бөтә эштең уртаһында ҡайнай, үҙенә генә хас ныҡышмалылыҡ, сабырлыҡ менән һәр эште еренә еткереп башҡар. Тик уҡытыусы хеҙмәтенә төп баһа – уҡыусыларының мөнәсәбәтелер ул. Яңғыҙҡайындың хәҙер инде нисә быуын  балаһы Светлана Винер ҡыҙына тәрән хөрмәт, оло рәхмәт тойғоһо менән йәшәй. Һәр ваҡыт бала хаҡын яҡлап, күңел йылыһын улар менән бүлешеп йәшәгән уҡытыусы был ихтирамға лайыҡ. Уның тырышлығы менән үткәрелгән төрлө тәрбиә саралары, матур дәрестәр, сәйәхәттәр һәр бала күңелендә онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып һаҡланалыр. Сөнки улар барыһы ла күңел йылыһы, ихласлыҡ менән үткәрелә.
Светлана Винер ҡыҙы күңел байлығы, алсаҡлығы, ихласлығы менән дә бәхетле. Кешенең хәленә керә белә, аҡыллы кәңәштәрен бирә, йылы мөнәсәбәте менән яҡындарының күңелен күрә. Тормошто ярата, тәбиғәттең һәр миҙгеленә һоҡлана белә ул. Йорттарына барып керһәң, аяҡ баҫырға ҡурҡып тораһың – ишек төбөнән үк таҙалыҡ, бөхтәлек бөркөлөп тора. Һәр тәҙрә төбөндә гөлдәре күкрәп сәскә атып ултыра. Ҡайҙан ваҡыт һәм көс табалыр ул. Мәктәп эшенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ отчеттары, пландары, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәре һәм башҡа күҙгә күренмәй торған  эштәре лә һанап бөткөһөҙ бит. Ләкин Светлана үҙ эшен, уҡыусыларын бик ярата. Шуға ла тынғыһыҙ уҡытыусы үҙ белемен арттырыу  өҫтөндә күп эшләй, эҙләнә. Һөҙөмтәлә, йылдың-йылы уның уҡыусылары яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, юғары уҡыу йорттарына уҡырға керә. Мәктәп дирекцияһы ла уның эшенән бик ҡәнәғәт.
Яныбыҙҙа бына шундай тынғыһыҙ, итәғәтле, шатлығыңды уртаҡлашып, борсоуҙарыңды бүлешергә әҙер торған коллегабыҙ булыуға шатланып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.
Гүзәл ХӘЙРУЛЛИНА,
Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.