Изге һөнәр эйәләре
08 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

Изге һөнәр эйәләреИзге һөнәр эйәләреБыйыл республика-быҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата төрлө йүнәлешле саралар билдәләнһә, Башҡортостан Респуб-ликаһында иң беренсе ойошторолған системаларҙың береһе -
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторо-лоуға ла 100 йыл тула. Ошо бер быуатлыҡ юбилей айҡанлы райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр ҙә төрлө пландар ҡороп, ҡасандыр бар күңелен һалып эшләгән ветерандарҙы йыйып, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уларҙың хеҙмәтен баһаларға кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙы.  
Бындай сараның тәүгеһе Еҙем-Ҡаран ауылы табиплыҡ амбулаторияһында үтеп, унда элек Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына ҡараған ауылдарҙан ветерандар саҡырылғайны. Бер-бер артлы килгән апай-әбейҙәр бинаға кереү менән үҙҙәренең нисек, ниндәй шарттарҙа эшләүҙәрен иҫкә алып һөйләшә лә башланылар. Уларҙың  күңел төбөндә хәтирәләре күп йыйылғанлығы күренеп тора.
Иң тәүҙә хаҡлы ялдағы ветерандар бүлмәләр буйлап йөрөп, табиплыҡ амбулаторияһын ҡарап сыҡҡас, "Был бит балнисҡа ла оҡшамаған, курорт бит был”, - тип һәйбәт шарттарға ихлас шатланыштылар. Эйе, уларҙың хеҙмәт юлы ауыр, юҡлыҡ замандарына тура килгән шул. Ниндәй генә осраҡтар булмаһын, улар барыһы ла кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан. Шундай кешеләрҙең хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.
Еҙем-Ҡаран ауылы табиплыҡ амбулаторияһының баш табибы Рафаэль Камил улы Хәсәнов барыһын да фойела әҙерләнгән сәй табыны янына саҡырҙы. Ул сараны асып, килеүселәргә ҙур рәхмәтен белдереп, һәр береһе менән таныштырып та үтте.
- Бөгөн бик матур сараға йыйылдыҡ. Быйыл республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау системаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ветерандарҙы саҡырып үткәндәрҙе иҫкә алып, хәтирәләрҙе яңыртып, бөгөнгө эштәр, яңылыҡтар хаҡында "түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеп алайыҡ тип йыйылыштыҡ. Беҙҙең эштә, ғәҙәттә, төрлө саҡтар була, һеҙҙең һөйләгәндәрҙе йәш коллегаларығыҙ тыңлап, фәһем алырҙар тип уйлайым. Мин үҙем дә 6 йыл буйы уҡып сыҡһам да, иң тәү сиратта һеҙҙән күп нәмәгә өйрәндем. Күптәрегеҙ менән бергә эшләнек. Барығыҙға ла оҙон-оҙаҡ ғүмерҙәр теләп, осрашып торорға булһын тигән теләктә ҡалам, - тине Рафаэль Камил улы.
- Миңә лә һеҙҙең менән эш буйынса күп тапҡырҙар аралашыу бәхете тейҙе. Төрлө күрһәткестәр буйынса Еҙем-Ҡаран ауылы табиплыҡ амбулаторияһы коллективы лидерҙар иҫәбендә килә. УЗИ аппараты, лаборатория бар. Бер нисә аҙнанан белгес уҡып ҡайтҡас, физкабинет та эшләй башлаясаҡ.  Иҫ киткес матур ятаҡ, ҡыҫҡаһы, бөтә шарттар бар. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тигән кеүек, беҙ ҙә Үҙәк район дауаханаһында эшләүселәр, ошо мәртәбәле юбилей уңайынан үҙебеҙҙә музей асырға ҡарар иттек. Һеҙгә лә мөрәжәғәт итеп шуны әйтәбеҙ: кемдәрҙә фотолар, документтар, йә иһә медицинаға ҡағылышлы әйберҙәр һаҡлана, музейҙы тулыландырыу өсөн ярҙам итһәгеҙ ине, - тине Үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ирек Зиннур улы Фәйзуллин ветерандарға мөрәжәғәт итеп.
Райондың йәмәғәт Советы рәйесе Сәлим Миңлегәрәй улы Байгилдин ошо уңайлыҡтарҙы, шарттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе күмәкләп хәл итергә саҡырҙы һәм үҙ сығышында: - Мин дә уҡып сыҡҡас, һеҙгә ҡарап күп нәмәгә өйрәндем. Бының өсөн рәхмәт әйткем килә. Беҙ һәр ваҡыт кешегә ярҙам иттек, төрлө осраҡтарҙа иң беренсе ярҙамсылар һеҙ була торғайнығыҙ. Йәштәр һеҙҙең нисек эшләгәнде күрергә, белергә тейеш. Эшләгәндәрҙе юғалтмаҫ өсөн архивты күтәреп, музей төҙөргә  кәрәк. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр таптыҡ, фотолар йәһәтенән ярҙам кәрәк. Берәй участок алып ағастар ултыртырға ла уйлашабыҙ, - тине ул.
Еҙем-Ҡаран ауылы табиплыҡ амбулаторияһында илленән ашыу ветеран иҫәпләнә. Ошо изге эшкә Рәмилә Абдуллина 1959 йылда, шәфҡәт туташтары курсын тамамлағандан һуң килә. Иң тәүҙә Еҙем-Ҡаранда, һуңынан Яугилде ауылында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Уға дарыуҙарҙы Еҙем-Ҡарандан ҡапсыҡлап та, ат менән дә ташырға тура килә. 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ейәне Айҙар Абдуллин табип һөнәрен һайлаған.
Ғәлиә Ғәлекәйева ғүмере буйы Еҙем-Ҡаран бала табыу бүлегендә акушерка булып эшләгән. "Элек юлдар, машина юҡ. Күп осраҡтарҙа Светлана Ғәзиз ҡыҙын саҡыра торғайныҡ. Үҙем ҡан биреп ҡотҡарып алып ҡалған осраҡтар ҙа булды. Яҙ көндәре кәмә менән дә сығырға тура килде. Уҡып бөткәс Стәрлелә эшләп алғайным, шул тәжрибәм ярҙам итте”, - тип тағатты ул үҙенең хәтер йомғағын.
Сафура Кәримова Салауат медицина училищеһын тамамлағандан һуң Юлыҡ ауылында эш башлай. 37 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле белгес: "Төрлөһө булды инде, асыҡ яраларҙы "тегергә" лә, мәктәптә 480 бала ине, уларҙы ҡарарға ла өлгөрҙөк. Колхозға ла ярҙам итергә тура килде. Күңелле, татыу йәшәнек һәм эшләнек”, - ти ул.
- Үзбәк фельдшер-акушерлыҡ пунктында өс ауыл халҡын ҡараным. Зәкирә апай санитарка ине. Сумкабыҙҙы тотабыҙ ҙа йүгерәбеҙ. Өйҙә бала тапҡан бер нисә кеше лә булды. Ҡолағы ҡырҡылып, аяғы "Дружба” бысҡыһына бысылып килгән кешеләр ҙә осраны. Беренсе ярҙам ғына күрһәтеп ҡалмайбыҙ, хатта үҙебеҙ тегеп тә ҡуя торғайныҡ, - тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты Миңзилә Рафиҡова ла.
"81 йәштәмен. Ауырыуҙарҙың рәхмәте менән шулай йәшәп ятамдыр инде”, - ти ғүмер буйы санитарка булып эшләгән Сидиҡа Сәйфуллина.
Һабай ауылынан Асия Басированың һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң оҫта хирург С.Байгилдин һоҡланыуынан: "Бик шәп травматолог та булғанһығыҙ икән!” – тип ҡуйҙы.
Хөмәйрә апай Ғәлиәхмәтова Һабай ауы-лында 1961 йылға тиклем эшләп, Ереккә күсә. 38 йыл ошо ауылда кешеләр һаулығы өсөн көс түккән. "Килгәс тә трахомды бөтөрҙөм. Юл насар ине. Еҙем-Ҡаранға отчет менән килһәк, утын бысырға ҡушалар, йә бесән сабырға китәбеҙ... Партия заманы, ныҡ ҡуштылармы, әллә үҙебеҙ шулай эш өсөн янып йәшәгәнбеҙме”, - тип көлдөрөп тә, уйландырып та алды ул.
Шулай уҡ был сараға Юлыҡ ауылынан килгән Гөлнур Сәлимова (фельд-шер), Нәфисә Сәфәрғолова (санитарка), Һабайҙан Зилә Саттарова (фельдшер), Оло Үтәштән Миңнира Йыһаншина (фельдшер),
Еҙем-Ҡарандан Мәүғиҙә Булатованың  да (санитарка) таң ҡалып тыңларлыҡ хәтирәләре күп ине.
Һаулыҡ һағы ветерандарының һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ, әлбиттә. Кеше ғүмерен һаҡлап, күпме батырлыҡ ҡылынған, йоҡоһоҙ төндәр, мәшәҡәтле көндәр үткән. Хәҙер барыһы ла артта ҡалған, уларға ҡоростай һаулыҡ һәм шатланып йәшәүҙәрен генә теләргә ҡала. Бер олоно тыңла, бер кесене, - тигәндәй, ветерандарҙы ошолай ололоҡлап саҡырып, уларҙы йәшлек йылдарына әйләнеп ҡаратыу ҙа бик кәрәкле, фәһемле булды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.