Ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
08 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

Ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү тураһында Муниципаль район Советы ҡарары "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге Федераль законға, ”1996 йылдың 12 ғинуарындағы "Ерләү һәм йыназа эше тураһында” 8-ФЗ һанлы Федераль закондың 9 һәм 10-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2008 йылдың 3 декабрендәге 238-ФЗ һанлы Федераль законға, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең "2019 йылда түләүҙәр, пособиелар һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициентын раҫлау тураһында” 2019 йылдың 24 ғинуарындағы 32-се Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1.  2019 йылдың 1 февраленән ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын 1-се һәм 2-се ҡушымталарға ярашлы билдәләргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 5 февралендәге "Ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү тураһында” 4/24-197-се ҡарарын 2019 йылдың 1 февраленән көсөн юғалтҡан тип танырға.
3. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
4. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Советтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр буйынса даими комиссияһына (С.О.Афанасьев) йөкмәтергә.
З.М.ХАФИЗОВ,
Совет рәйесе.
5 февраль 2019 йыл, № 4/42-371.