=Үзбәк мәктәбе асылыуға – 100 йыл Тарихы бай, уңыштары тос мәктәбемдең
11 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

=Үзбәк мәктәбе асылыуға – 100 йыл Тарихы бай, уңыштары тос мәктәбемдеңАуылда белемгә ынтылыш электән булған. Мәҫәлән, 1900 йылдарҙа ауылдағы ир балаларға Тимербулат Хызыров (1965 йылда 105 йәшкә етеп мәрхүм булды), Шишмә осо балаларына Искәндәр бабай дәрес бирһә, ҡыҙ балаларҙы Шәрғиә әбей уҡытҡан. Әлбиттә, ул ваҡытта мәктәп булмаған (өйҙәрендә уҡытҡандар), дәрестәрҙә башлыса дин ғилеме бирелгән.
Ауылда тәүге белем усағы
Ауылда тәүге мәктәп 1917-1918 уҡыу йылында асыла. Мәктәп итеп файҙаланыу өсөн Латиф Әхмәтов үҙенең буш торған йортон (бәлки йәйге йорто, йәғни аласығы булғандыр) бирә. Әлбиттә, ул әллә ни ҙур ҙа булмағандыр, уҡыусылар һыймағанлыҡтан,ике сменала уҡығандар. "Тәҙрәләр бер ҡат ине, – тип иҫкә ала ул саҡта беренсегә уҡырға төшкән Ғәлиә Заһит ҡыҙы Ғәзизова үҙенең иҫтәлектәрендә. Ата-әсәләр аҡса йыйып алған тимер мейесте яғып йылынабыҙ. Бар булған йыһаз – оло һике, уның таҡталарын алып, аяҡтарҙы иҙәнгә һуҙып ултырырлыҡ итеп яраҡлаштырғандар. Яҙыу өсөн таҡта урынына стенаға бер табаҡ тимер ҡағып ҡуйылған. Стена буйында уҡытыусы  өсөн өҫтәл һәм ултырғыс”. Тәүге уҡытыусы, Боҙаяҙ ауылынан килгән Әбүталип мулланың ҡыҙы Сәлиха Бикмәтова-Шәрипова балаларҙы үҙе төҙөгән программа буйынса уҡыта. Дәреслектәр – "Әлифба”, "Тәрбиәле бала”, "Тарихнабиә”, "Татарса уҡыу китабы” була. Сәлиха апалары уҡыусыларҙы уҡырға, яҙырға, шуға өҫтәп өлкәнерәктәрен Ҡөръән, намаҙ уҡырға өйрәтә. Уҡыуҙар ул саҡта түләүле була һәм түләргә мөмкинселеге булмағандар белем алыуҙан мәхрүм ҡала.
1918-1919 йылда ла шул уҡ шарттарҙа, шул йортта уҡыуҙар бара. 1919-1920 йылда мәктәп Кинйәғол Алмағолов йортона күсә. Был йорт элеккеһенән иркенерәк була. Ошо йыл дин дәрестәре бөтөрөлә. Иң мөһиме хәҙер уҡыуҙар бушҡа була. Сәлиха Шәрипова яңыса уҡытыуға күсә.
Хыял тормошҡа аша
1922-1923 уҡыу йылында ошо ауыл егете, Үтәш мәҙрәсәһендә, һуңынан Ҡазан ҡалаһында уҡып белем алған, Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашып, яраланып ҡайтҡан Ғабдрахман Заһит улы Ғәзизов уҡыта башлай. Уҡыуҙар ул йылды Сәғәҙи Үзбәков йортонда бара. Дәрестәр көндөҙ балаларға, кис өлкәндәргә бирелә. Йәш уҡытыусы ауылда мәктәп булдырыу хыялы менән яна. Тиҙҙән изге хыялын тормошҡа ла ашыра. Күрше Ерек ауылынан алты мөйөшлө, ете  тәҙрәле ҙур ғына йорт һатып алынып, ауылға күсереп һалына. Ауыл халҡы берҙәм булып, эшкә ихлас тотона һәм шул уҡ йылда яңы мәктәп үҙ уҡыусыларын ҡабул итә. Ғабдрахман Заһит улы хәстәрлеге менән мәктәпкә парталар һәм башҡа йыһаздар ҡайтарыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңел биреп эшләп йөрөгән уҡытыусының ғүмере 1925 йылда, 32 йәшендә генә өҙөлә. Уның эшен Әхәт Бикмәтов дауам итә. Уҡыусылар һаны артҡанлыҡтан, тағы ла ҙурыраҡ бина талап ителә, шуға ла 1936 йылда мәктәпте манараһы ауҙарылған мәсеткә күсерәләр. Бында балалар 1959 йылға тиклем белем ала.
Ауылда - һигеҙ йыллыҡ мәктәп
1959 йылда Тимерйән Миңлеәхмәт улы Фәтҡуллин тырышлығы менән делянка алынып, ағас киҫелә һәм яңы мәктәп бинаһы бурала. Был эштә лә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Ошо йылдың көҙөндә әлеге мәктәп урамында 8 йыллыҡ мәктәп ишектәрен аса. Ошо мәктәптең директоры булып 1960 йылдан 1987 йылғаса Тимерйән Фәтҡуллин эшләне. Ул йылдарҙа кластар шәм менән яҡтыртылды (ауылда электр уты 1968 йылдың көҙөндә генә янды). Класс бүлмәләре утын яғып йылытыла ине. Йыйыштырыусылар мәктәпте иртән иртүк мейесте яғып, уҡыусылар килгәнсе йылытты. Уҡыусылар һаны ла күп ине, өлкән кластарҙа өс тиҫтәнән ашыу бала була торғайны. Әлеге кеүек телевизор, компьютер булмағас, ул саҡта китап уҡыусылар күп булды. Төндәр буйы ҡалын-ҡалын китаптар уҡып сығыр инек. Ата-әсәгә бергәләшергә лә, саф һауала уйнарға ла ваҡыт күп булды. Башланғыс кластарҙа Тимербикә Ғәзизова менән Фатима Вәлиева белем бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Әсмә Ғәбитова, физика һәм математиканан Хөсәйен Вәлиев, географиянан Хөрмәт Ниғмәтуллин, тарихтан Тимерйән Фәтҡуллин, математика, рәсем, йырҙан Флүрә Шәрипова, физкультуранан Марат Шәрипов, Тимерғәле Шәрипов, Венер Халиҡов, Альберт Шәрипов, рус теле һәм әҙәбиәтенән Гөлсөм Ғәлимова, 1965 йылдан РСФСР мәғариф отличнигы Фәриҙә Ғиләжева-Ильясова (ул 1973-1996 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ла булды) уҡытты. Йыйыштырыусы булып ул йылдарҙа Тәслимә Шәрипова, Флүрә Ғәлина, Баныу Хызыровалар алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы булып оҙаҡ йылдар Ғиндулла Ғәйнуллин күңел биреп эшләне. 1976 йылдан мәктәп һигеҙ йыллыҡтан 10 йыллыҡҡа күсерелде.
Заман менән бер ҡатарҙан атлайбыҙ
1993 йылда яңы, ике ҡатлы мәктәп бинаһы төҙөлдө. Был ваҡытта мәктәп директоры Айҙар Әсҡәт улы Исмәғилев ине. Ул был вазифала 1987 йылдан 2001 йылға тиклем булды. Уҡытыусылар – Йомабикә Бәшәрова, Флүрә Ғәзизова, Айгөл Рәхимова, Рим Рәхимов, Нәзирә Килмөхәмәтова, Рәүилә Рәхимова, Наилә Мөхәмәтйәнова, Наилә Ниғмәтуллина, Гөлнәзирә Ғәлина, Рима Кәримова, Әлфиә Шәһиева, Зиф Халиҡов, Айҙар Исмәғилев, Венер Халиҡов, Фәрзәнә Кәримова, Рәшиҙә Ҡорбанғолова коллективта һәм уҡыусылар араһында абруйлы булды. 2001-2009 йылдарҙа Илшат Әсҡәт улы Шәрипов, унан һуң дүрт йыл Рим Әнүәр улы Рәхимов директор булды. 2013 йылдан мәктәп коллективы менән Айгөл Кинйәбай ҡыҙы Ғәбдиева етәкселек итә. 2014 йылдан мәктәп 9 йыллыҡҡа күсерелде. Башланғыс кластарҙа бөгөн Эльвира Фәнис ҡыҙы Ғәйнуллина (БР мәғариф отличнигы), Дилфиә Рәис ҡыҙы Шәрипова, өлкән кластарҙа Әлфиә Рафиҡова (БР мәғариф отличнигы), Ләлә Исмәғилева (БР мәғариф отличнигы), Сулпан Ҡолманова, Зәбирә Нуретдинова, Зәйтүнә Кинйәбаева, Әлсинә Шафиҡова, Ирина Рафиҡова, Илшат Шәрипов балаларға белем бирә. Мәктәптә бөгөн 85 бала уҡый. Уҡыусылар район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө ярыш, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәбебеҙҙе тамамлаған уҡыусыларҙың күпселеге юғары белем алып республикабыҙҙың төрлө тарафтарында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Араларында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, төҙөүселәр ҙә, артистар ҙа бар. Туған мәктәбен онотмайҙар бөгөнгө уҡыусылар, уҡытыусылар менән осрашып торалар. Уңыштар әҙ түгел. Уларҙың барыһын да ошо яҙмала һанап китеү мөмкинлеге юҡ. Шулай уҡ күп хәтирәләр, ҡайһы бер исемдәр онотолоп, төшөп тә ҡалғандыр. Мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙан кемдер мәктәптең 100 йыллығы уңайынан үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешеп, был мәҡәләне тулыландырыр тигән ышаныста ҡалам.
Фәрғәт ҒӘЛИН.