Ерең бармы? Уңдырышлы итеп тот!
11 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

Ерең бармы? Уңдырышлы итеп тот!Ауыл хужалығы ерҙәре хужалары һәм ҡуртымсылары нимәләр белергә тейеш
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһы булған граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең хоҡуҡи статусы ер ҡануниәте нормалары менән билдәләнә.
Йыш ҡына  был категорияға ҡараған ер участкалары хужалары үҙҙәренә закон тарафынан йөкмәтелгән бурыстарҙы тейешенсә үтәүгә иғтибар бирмәй. Әйтәйек, ауыл хужалығы культуралары үҫтереү өсөн кәрәк булғанса ерҙе уңдырышлы итеп тотоу эштәре башҡарылмай.
РФ Ер кодексының 13-сө, 42-се статьяларына һәм "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеүҙе дәүләт көйләүе тураһында” 1998 йылдың 16 июлендәге 101-ФЗ һанлы Федераль закондың 8-се статьяһына ярашлы, ер участкалары милекселәре, эйәләре, файҙаланыусылары, шул иҫәптән арендаторҙар бындай ерҙәрҙе тупраҡ, агрохимик, фитосанитар һәм экологик-токсик  тикшереү үткәреүгә булышлыҡ итергә, йәғни ҡуйылған талаптарҙы үтәп, ерҙе яҡшыртыу өсөн мотлаҡ булған сараларҙы  уҙғарырға тейеш.
Тупраҡҡа агрохимик анализ үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тупраҡтың төп минераль туҡланыу  элементтары менән тәьмин ителеш кимәлен, тупраҡтың механик составын, водород күрһәткесен һәм ундағы органик матдәләр  миҡдарын асыҡлау өсөн кәрәк. Анализ файҙаланылған ерҙәрҙең уңдырышлылығын күтәреү сараларын ойоштороуға булышлыҡ итеүсе төплө уйланылған, маҡсатҡа ярашлы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн кәрәк.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү мәсьәләләрен көйләүсе республика ҡануниәтенә ярашлы, ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыусы хужалыҡ итеүсе субъекттар баҫыуҙың агрохимик паспортын булдырып, уны тултырып барырға тейеш.
2018 йылдың 1 авгусынан Б Р Хөкүмәте ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын һаҡлау һәм тергеҙеүҙе тәьмин итеү Ҡағиҙәләрен (369-сы ҡарар) раҫланы, уға ярашлы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙәге ер участкалары милекселәре, ер хужалары һәм арендаторҙары ерҙәрҙең уңдырышлылығын һаҡлау һәм тергеҙеүҙе тәьмин итеү өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә бурыслы:
- тупраҡты һуңғы агрохимик тикшереү ваҡытында баҫыуҙың агрохимик паспортына индерелгән уңдырышлылыҡ күрһәткестәренең  уңдырышлылыҡтың ныҡлап түбәнәйеү критерийына ҡарата ныҡлы насарайыуына юл ҡуймаҫҡа (критерий  РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 22 июлендәге 612-се ҡарары менән раҫланған);
- махсуслашҡан ойошмалар үткәргән агрохимик тикшереү һөҙөмтәләре буйынса эзбизләү, гипслау, фосфоритлау эштәрен башҡарырға.
Был закон талаптары үтәлмәгән осраҡта, йәғни ер участкаһына агрохимик тикшереү үткәрелмәһә, тикшереү ваҡытында Россельхознадзорҙың вазифалы кешеһе тарафынан ер хужаһына ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.7-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса протокол төҙөлөп, штраф һалынырға мөмкин.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ерҙәрҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сараларға дәүләт ярҙамы закон менән нығытылыуын билдәләп үтергә була. "Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында” 2006 йылдың 29 декабрендәге 264-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ер уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларға, шул иҫәптән ашламалар ҡулланыуҙы дәртләндереүгә Рәсәй Федерацияһының бөтә кимәлдәге бюджеттары аҡсалары иҫәбенән дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала.
Россельхознадзорҙың
БР буйынса Идаралығы.