Тырыштар йәшәй бында
12 марта 2019 йыл | Йәмғиәт

Тырыштар  йәшәй бындаРайон етәкселегенең халыҡ менән осрашыу форматында үткән Бурлы ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырышына кеше күп йыйылғайны. Биләмә башлығы Азат Хәйретдинов йыл һуҙымында башҡарылған эштәрҙе байҡаны, урындағы халыҡтың көнитмеше, ағымдағы йылға бурыстар тураһында бәйән итте.
Биләмә халҡы башлыса ауылдарҙағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында (26) эш менән мәшғүл. Вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләүселәр һаны яҡынса 150 кеше. Бюджет өлкәһендә 83 кеше эшләй. 100-150 кешегә "Урожай” КФХ-һында эш урындары булдырылған. Иң мөһиме – бында сүп үләне баҫып ултырған, сәселмәй ятҡан буш ерҙәр юҡ.
Төҙөкләндереү
Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған 5 ауылдың һәр береһендә юлдарға ҡырсынташ түшәлгән, зыяраттар, урамдар төҙөкләндерелгән, учреждениелар ремонтланған. "Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Бурлы ауыл клубының ҡыйығы яңыртылған. Йөҙимән ауылы янындағы һыу башняһының насосы алыштырылған. Һәр ауылда сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары эшләнгән. Шәхси йорттарҙың яртыһынан күберәгенә һыу кергән. Газ менән ҡулланыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. 2018 йылға ҡарата халыҡтың 62,1%-ы
"зәңгәр яғыулыҡ” тотона (2017 йылда - 57,3%). Хужалыҡ эштәре өсөн һуңғы 3 йылда 2 трактор, уларға төрлө ҡоролмалар алынған.
Алдағы көнгә пландар
А.Хәйретдинов ағымдағы йылда эшләнәсәк эштәргә туҡталып:
-     Быйыл әле янып торған 135 яҡтыртҡысҡа тағы ла 76 өҫтәләсәк. Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү эштәре өсөн тағы ла 1 трактор алырға, өҫтәп 4 сүп-сар йыйыу майҙансығы булдырырға, Байымбәт клубының кәртәһен алыштырырға, Бурлы клубына музыкаль аппаратура алырға уйлайбыҙ. "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, бы-йыл тағы ла бер тапҡыр янғын депоһы буйынса документтар әҙерләйбеҙ (былтыр конкурстан үтмәнек).
Уҙған йылда Бурлыла "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы, Яугилде мәктәбенең 100 йыллығы, А.Ғөзәйеровтың Хәтер кисәһе һәм башҡа саралар үткәрелһә, быйыл Бурлы мәктәбенең 80 йыллыҡ юбилейы, Ерек ауылында "Һаумыһығыҙ, ауыл-
даштар!” байрамы уҙғарыу ҡаралған. Әлбиттә, ауылдарҙа төҙөкләндереү эштәре лә дауам итәсәк, - тине.
Сығышының һуңында биләмә башлығы ауылдарҙың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына, депутаттар составына, матди һәм рухи ярҙам күрһәткән яҡташтар Н.Б.Сәлимов, М.Х.Шаймарҙанов,  Ғ.Н.Зәйнетдинов, Ф.Һ.Зәйнетдинов, Ғ.Ш.Абдрахманов, И.Ф.Сәлимйәнов, Н.М.Хисаметдинов, И.Ә.Ҡорманғоловҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Тәү сиратта –
социаль мәсьәләләр
Осрашыуҙа шулай уҡ ра-йон ветстанцияһы начальнигы Ф.Һ.Зәйнетдинов, "Урожай” КХ-һы етәксеһе Н.М.Хисаметдинов сығыш яһаны. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сараға йыйылғандарҙы район тормошо менән таныштырҙы. Уның сығышын барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Район етәксеһе Байымбәт ауылында мәҙәниәт йорто, ФАП урынлашҡан бина төҙөләсәге, әлегә ФАП-та ремонт үтәсәге тураһында әйтте. Шулай уҡ залдан һорауҙарға ла яуап бирҙе. Халыҡ башлыса эсәр һыуҙың сифатына, Бурлы ауылы эргәһендәге Яҡтыкүлдең экологик хәленә, Ҡормантауҙағы һыу башняһының иҫкереүенә һәм юлдың насар булыуына, Ағиҙел йылғаһы аша паром, Байымбәт ауылында фельдшер юҡлығына зарланды. Фәнзил Фәйез улы был проблемаларҙы ентекләп өйрәнгәндән һуң мөмкин булған ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.
Ултырыш тамамланғас, ра-йон етәкселеге халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.