Һау бул, һалҡын ҡыш, һаумы, яҙ!
12 марта 2019 йыл | Йәмғиәт

Һау бул, һалҡын ҡыш, һаумы, яҙ!Һау бул, һалҡын ҡыш, һаумы, яҙ!Уҙған ял көнө һауа торошо бигүк һөйөндөрмәһә лә, район хакимиәте бинаһы алдындағы М.Ғафури майҙаны шат тауыштарҙан гөрләп, ҡышты оҙатыу – Масленица байрамына йәшен-ҡартын йыйҙы. Был байрам, йола буйынса, христиандарҙың ҙур ураҙаһы алдынан уҙғарыла.
Динамиктан ағылған күңелле йыр-моңдар һәр кемгә дәрт, байрамса кәйеф өҫтәне. Майҙан буйлап теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә байрамдың иң төп биҙәге, йәме  – ҡоймаҡтарҙың, шулай уҡ башҡа төрлө тәм-томдоң ниндәйе генә юҡ ине. Яңғыҙҡайын, Бурлы-Яугилде, Ташлы, Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорттары, Красно-усол үҙәк район дауаханаһы хеҙмәт коллективтары байрамға килеүселәрҙе ҡоймаҡ-бәлештәр, тәмлекәстәр, ҡайнар сәй менән һыйланы. "Фомин” ШП-һы, "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте лә ҡоймаҡ, ҡамыр ризыҡтары менән сауҙа итте. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы "Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш ра-йон-ара үҙәге менән берлектә "Изгелек кәрзине” Хәйриә акцияһы ойошторҙо.
Майлы ҡоймаҡ байрамында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләне. "Иң матур ҡоймаҡлы өҫтәл” конкурсында Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йорто еңеү яуланы, өҫтәлдәрен тиҫтәгә яҡын төр ҡоймаҡ менән биҙәгәндәр. Яугилде-Бурлы ауыл клубтарына – 2-се, мораҡтарға 3-сө урын бирелде. Биҙәлгән самауырҙар конкурсында Ташлы мәҙәниәт йорто – 1-се, Табын мәҙәниәт йорто – 2-се, яңғыҙҡайындар 3-сө урын яуланы. Масленица ҡарасҡыһы конкурсында табындар - 1-се, мораҡтар – 2-се, үҙәк район дауаханаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Яңғыҙҡайын менән Ташлы мәҙәниәт йорттары эшләп килтергән ҡарасҡылар ҙа  номинацияла бүләкләнде.  Байрамға үҙәк район дауаханаһы ҙур бәлеш әҙерләп килтереп, "Иң тәмле бәлеш” номинацияһында бүләккә лайыҡ булды. "Иң бай ассортимент” номинацияһына "Ғафури” ҠЙ-е, "Үҙенсәлекле өҫтәл” номинацияһына "Фомин” ШП-һы лайыҡ булды.
Һәр төрлө конкурстар, бүләкләүҙәр бик күп булды байрамда. Берәүҙәр ҡоймаҡ тураһында таҡмаҡтар йырлап, бәғзеләр гер күтәреп, үҙ көсөн һынап ҡарап, бүләк алды. Балалар өсөн Балалар ижады үҙәге методистары төрлө уйын-ярыштар ойошторҙо. Арҡан тартышы ла һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Теләүселәр егеүле ат кашауайына ултырып "сәйәхәт ҡылды”, кескәйҙәр каруселдә өйөрөлөп ҡыуанды.
Байрамда ҡатнашыусылар "Землячки” ветерандар халыҡ хоры башҡарған йырҙарҙы һәм башҡа концерт номерҙарын ҡарап кинәнде. Ҡышты оҙатыу байрамы Масленица ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.
И.ӘЛИБАЕВА.