Диңгеҙселәр байрам итте
31 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Диңгеҙселәр байрам иттеДиңгеҙселәр байрам итте28 июлдә илебеҙҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө киң билдәләнде. Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүсе ветерандар йыл да йыйылышып байрам ойоштора, бер-береһен ҡотлай.
Район Хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, запастағы 2-се рангы капитаны Владимир Герасимов етәкселегендәге элекке диңгеҙселәр быйыл да бергә йыйылышып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә гөлләмәләре һалды, "Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар менән осрашып, диңгеҙ флоты хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Олораҡ быуын диңгеҙселәрҙең йорттарына барып та ҡотланылар был көндө. Владимир Герасимов запастағы 1-се статья старшиналары Флүр Сатлыҡов, Фәнис Фәхретдинов, Сергей Вагановҡа, 2-се статья старшинаһы Ғәйәр Килмөхәмәтовҡа, шулай уҡ ветеран Сергей Зибертҡа "Төньяҡ флотҡа 80 йыл” миҙалын тапшырҙы. Балтик флотының запастағы старшинаһы Евгений Рябцов та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уны ла йортона барып ҡотланылар. Ҡыҫҡаһы, диңгеҙселәр үҙ байрамдарын матур итеп ойошторҙо.
Наил ЛАТИПОВ фотоһы һәм тексы.
В. Герасимов Е. Рябцовты ҡотлай.
Ҡунаҡтарҙы лагерҙа ихлас ҡаршыланылар.