Бәләләрҙе булдырмайыҡ
31 июля 2013 йыл | Йәмғиәт

Бәләләрҙе булдырмайыҡБәләләрҙе булдырмайыҡБелем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Быға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә өлөш индерергә тырыша. Ошо көндәрҙә улар тарафынан район үҙәге мәктәптәренә яҡын юл билдәләре, подъезд юлдары торошо буйынса рейд уҙғарылды. Комиссия составында ЮХХДИ дәүләт инспекторы А.Борханов, пропаганда буйынса инспектор М.Басиров, Красноусол ауыл биләмәһе Советы депутаты, 3-сө мәктәптең хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре уҡытыусыһы М.Сабитов, мәғариф бүлегенең хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте яҡлау буйынса инженеры Ф.Дәүләтбаев, район гәзиттәре хәбәрселәре ҡатнашты.
Район үҙәге мәктәптәре барыһы ла хәрәкәт күп булған ерҙә урынлашҡан. Уларҙың һәр береһендә юл билдәләре буйынса ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек асыҡланды. Подъезд юлдары һәм йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу билдәһе бер белем учреждениеһында ла юҡ. Шулай уҡ мәктәптәр һәм "Тирәккәй” балалар баҡсаһы янында йыраҡтан уҡ күренеп торорға тейешле "зебра” билдәһе юҡ.
Рейд барышында 2-се мәктәп менән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты янында "Балалар!”, шулай уҡ гимназия янында "Йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу” урыны билдәләре булмауы асыҡланды.
Табылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте исеменә күрһәтмә яҙылды. Былар бөтәһе лә балалар юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау маҡсатында эшләнә. Ауыл советы тарафынан билдәләр әйтелгән ваҡытҡа ҡуйылыр, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ водителдәр ҙә балалар учреждениелары янынан үткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫ, тиҙлекте кәметеп үтер тип уйлайбыҙ.
Г.ӘМИРОВА.
Комиссия ағзалары Красноусолдағы 3-сө мәктәп эргәһендә.
Балалар юл-транспорт фажиғәләрен булдырмауҙа юл билдәләре ҙур роль уйнай.