Журналистар кәңәшкә йыйылды
31 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

Республиканың көньяҡ төбәге журналистарының сираттағы семинар-кәңәшмәһе быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Унда көньяҡ төбәк журналистар берлегенә ҡараған 16 район-ҡала гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Ибәтуллина тәбрикләп, ҡыҫҡаса район менән таныштырып үтте.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов журналистарҙы сәләмләп, эштәрендә ижади уңыштар теләне. Уның урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов "Мультимедиа процесы шарттарында дәүләт мәғлүмәт саралары үҫешенең төп тенденциялары” тигән темаға сығыш яһап, журналис-тар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы.
Көньяҡ төбәк журналистары берлеге рәйесе Сибәғәт Ғибәт улы Рахманғолов редакция коллективтарының һәр сарала ихлас ҡатнашыуҙары, әүҙем эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һөҙөмтәле эшләгән бер төркөм хәбәрселәргә Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Артабан журналистар секция ултырыштарында шөғөлләнде, гәзиттәргә анализ-байҡау яһалды, һуңынан редакциялар араһында төрлө номинациялар буйынса үткәрелгән ижади бәйгеләргә йомғаҡ яһалды.
Рәсми өлөш тамамланғас, хужалар Стәрлетамаҡ районының "Сельские нивы” гәзите мөхәрририәте ҡунаҡтарҙы район буйлап сәйәхәткә саҡырҙы. Журналистар "Малакян” ШП-һында булып, бейә ҡымыҙын тәмләп ҡараны, Оло Ҡыуғанаҡтағы Балалар йортонда булып, төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың йәшәү шарттары менән танышты.
Журналистар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, фекер төйнәү майҙаны булған семинар-кәңәшмә бик эшлекле үтте.
Гөлсиә КӘРИМОВА.