“Зәңгәр яғыулыҡ” һәр йортҡа килһен
31 августа 2013 йыл | Йәмғиәт

“Зәңгәр яғыулыҡ” һәр йортҡа килһен“Зәңгәр яғыулыҡ” һәр йортҡа килһенЙылдың-йылы сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән райондың газ хеҙмәте коллективы үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Әйтергә кәрәк, районыбыҙ халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға был коллектив хеҙмәткәрҙәре тос өлөш индерә. Һөнәри байрамдары уңайынан район газ участкаһы инженеры Риф Фәтҡуллинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Риф Рауил улы, районыбыҙ газовиктары байрамды ниндәй күрһәткестәр менән һәм ниндәй кәйефтә ҡаршылай?
- Һөҙөмтәләр йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел. Газ хеҙмәте начальнигы Рөстәм Ғөбәйҙуллин етәкселегендәге беҙҙең коллектив үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй. Район газовиктары яңы газ үткәргестәр төҙөүҙән тыш, бөтә газ селтәренең һәм ҡоролмаларының көйлө, аварияһыҙ эшләүе өсөн дә яуап-лы. Дөйөм алғанда район буйынса газ үткәргестәрҙең оҙонлоғо 700 километрға етә, бынан тыш 150 шкафлы һәм газ бүлеү пункттары
бар. Уларҙың барыһы ла беҙҙең ҡарамаҡта, йәнә 6,5 мең абонентты хеҙмәтләндерәбеҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, йортона тәбиғи газ индереүселәр арта бара. Быйыл, мәҫәлән, 250-300 йортҡа тәбиғи газ инде. Район буйынса алғанда бөтөн йорттарҙың 65 проценты, ә Красноусолда 75 проценты газға тоташтырылды. Унан килеп, беҙ бит шәхси секторҙы ғына түгел, мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа ойошмаларҙы ла хеҙмәтләндерәбеҙ. Бөгөнгө көндә бик күп муниципаль объекттар, шул иҫәптән 25 мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждение, шулай уҡ медицина учреждениелары газдан файҙалана.
Республика етәкселегенең тос ярҙамы менән һуңғы йылдарҙа районда бик ҙур эштәр атҡарылды. Бөгөн газ төпкөлдәге урман зонаһы –
Ташлы ауылына ла килеп етте. Бында газ үткәргес төҙөү өсөн бик ҙур сығымдар түгелде, тик әлегә ташлылар йорттарына тәбиғи газ индереү буйынса бик һүлпән ҡуҙғала. Ни бары 17 йорт "зәңгәр ут”тан файҙалана. Хәйер, һуңғы йылдарҙа ғына газ үткән башҡа төбәктәрҙә, айырыуса райондың төньяғындағы ауылдарҙа ла ошондай уҡ хәл. Шулай ҙа был тәңгәлдә хәл үҙгәрер, кешеләр йорттарына газ индереүҙең отошло булыуын аңлар һәм был йәһәттән әүҙемләшер тигән теләктә ҡалабыҙ. Ысынлап та, уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләүселәр мал-тыуарын тотоноп булһа ла йортона газ индерергә тырыша. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың "зәңгәр яғыулыҡ”ты хәүефһеҙ һәм өҙөклөкһөҙ ҡулланыуын тәьмин итәсәкбеҙ. Әйткәндәй,
быйыл Красноусолдағы ҡайһы бер участкаларҙа газ үткәргестәр яңыртыла, дөрөҫөрәге, бәләкәй диаметрлы торбаларҙы ҙурыраҡҡа алмаштырабыҙ. 6-7 км оҙонлоҡтағы газ үткәргестәр яңыртылды ла инде.
- Риф Рауил улы, үҙегеҙҙең коллектив менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Әлбиттә. Башҡарылған бөтә был эштәр артында 56 хеҙмәткәрҙе берләштергән коллектив тора. Тап уларҙың тырышлығы менән йорттарға, предприятие һәм учреждениеларға "зәңгәр яғыулыҡ” өҙөклөкһөҙ килә, төрлө авариялар, бәлә-ҡазалар иҫкәртелә.
Әйтергә кәрәк, беҙҙә бик берҙәм коллектив тупланған. Әле бына байрам уңайынан беҙҙең
системала оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Илдар Кәримов менән Николай Матвеев "Ишембайгаз” предприятиеһының Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителде. Шулай уҡ Рөстәм Хәмиҙуллин, Вячеслав Лаврушин, Азамат Хәйретдинов, Рөстәм Ғәббәсов,Флүр Ғәлекәев, Рацил Күскилдинды айырып билдәләп үтке килә. Хәйер, беҙҙә һәр кем үҙенең бурысына яуаплы ҡарап, намыҫлы эшләй, барыһы ла маҡтауға лайыҡтар.
Газ участкаһы етәксеһе Рөстәм Хәлит улы һәм шәхсән үҙемдең исемдән бөтә газовиктарҙы, газ хеҙмәте ветерандарын, абоненттарҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ҡайнар ҡотлайым. Барыһына ла һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем. Һәм, әлбиттә, беҙгә йылылыҡ, уңайлылыҡ биргән "зәңгәр яғыулыҡ” һәр йортҡа килеп етһен, уны хәүефһеҙ ҡулланырға булһын.
- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН әңгәмәләште.
Слесарь Илдар Кәримов.
Шофер Николай Матвеев.