Онотолмай әле ул йылдар
02 октября 2013 йыл | Йәмғиәт

Онотолмай әле ул йылдарЭлемтә бүлексәһендә йомошон бөтөрөп сыҡҡан оло йәштәге, мыҡты кәүҙәле ир әле генә елдереп килеп туҡтаған почта машинаһынан гәзит-журнал бушатҡандарын ҡыҙыҡһынып, донъяһын онотоп күҙәтеп торҙо. Ҡарашы эргәһендәгеләрҙә булһа ла уйҙары әллә ҡайҙа, үткәндәрҙә йөрөй ине шикелле уның.
- Рәхәт шул хәҙер, - тип ҡуйҙы ир бер аҙҙан, - йонсоп йөрөргә түгел,
почтаны машина "һә” тигәнсе килтереп еткерә. Тик гәзит-журналдарҙың бик әҙ булыуы ғына шәп түгел.
Почта машинаһына ҡарап уҙған йылдарын иҫкә төшөргән ир заманында үҙе почта ташыған Зиннур Фәрүәз улы Ҡаһарманов булып сыҡты. Машина менән түгел, ат менән почта ташыған ул ваҡытында. Эйе, элегерәк Табындан ат менән Бурлыға килтерелгән почтаны Зиннур ат егеп барып алған. Еҙем-Ҡаран элемтә бүлексәһенә ҡараған 12 ауыл почтальоны ул ҡайтҡанды көткән.
- Һуңыраҡ район почта бүлегенә машина алдылар, - тип иҫләй Зиннур Ҡаһарманов, - тик иҫке машина беҙгә ҡыйынлыҡ ҡына тыуҙырҙы. Беҙгә те-йешле почтаны Бурлыла ҡалдырып китә ине. Мин Бурлыға килеп көтәм. Ҡайһы саҡ, айырыуса ҡышҡы бурандарҙа юлға һырынды һалғанлыҡтан машина юлда батып ҡала. Почта машинаһын юллап ат менән Павловка йә Березовкаға китәбеҙ. Унда барып йөктө тейәп, өшөп-туңып Еҙем-Ҡаранға ҡайтып еткәнсе төн етә. Кешеләр ул саҡта гәзит-журналға күпләп яҙыла ине. Етмәһә, посылкалар ҙа әҙ түгел. Улай ғына ла түгел, тоҡлап аҡса ла йөрөтөргә тура килә. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, күп ваҡыт ҡараңғы төшкәс ҡайтыла ине. Нисек ҡурҡмағанмындыр, юл баҫыуҙары ла бар бит. Әммә, шатлыҡҡа күрә, ундай хәлдәр булманы. Мин алып ҡайтҡан почтаны 12 ауыл хат ташыусыһы ла үҙ ауылдарына алып ҡайтып көнөндә таратыр ине. Ә бит уларҙың һәр ҡайһыныһының сумкаһында әлеге көндә тотош элемтә бүлексәһенә килгән хәтлем гәзит-журнал, хат ята. (Ул саҡта хаттар ҙа күп килде).
20 йылдан ашыу почта ташый Зиннур ағай.
- Ошо ике тиҫтә йыл ғүмер юлда ғына үтте инде, көндөҙ өйҙә булманым да тиерлек, - ти ул.
Эйе, ике тиҫтә йыл яҙлы-көҙлө ҡар ҡатыш яуған ямғырҙа күшегеп, ҡышҡы һалҡындарҙа туңып, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа көрт ярып йөрөү еңел түгел. Күпме сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк.
- Шулай ҙа машина менән түгел, ат менән йөрөгәнгә ҡәнәғәтлек кисергән мәлдәр ҙә булды, -
ти Зиннур ағай үткәндәрен иҫләп, - ҡышҡы буранда юлда батып ултырған машиналар эргәһенән үткәндә минең транспорттың "вездеход” булыуына көнләшеп ҡарап ҡалғандарын һиҙә инем. Ҡайһы саҡ, еңелерәк автомобилдәрҙе атҡа тағып һөйрәтеп тә маташтым. Нисек кенә булмаһын, ат ат инде. Яйлап булһа ла бара бирә.
Тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарап, хеҙмәтен һәр саҡ еренә еткереп үтәгәне өсөн күп тапҡырҙар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә Зиннур Фәрүәз улы. Етәкселек тә, халыҡ та уның эшенән ҡәнәғәт. Шулай ҙа, тормош бит, төрлө саҡ була.
- Бер мәл шулай почта машинаһы Павловка һыртында батып ҡалғас, ат менән ҡаршы барып алдыҡ. Юлды көрт ҡаплағас аттар ҙа шәп йөрөй алманы. Шунлыҡтан бик һуңға ҡалып ҡына Бурлынан ҡайтып килһәм, райком секретары осраны. "Нишләп һуңға ҡалдың, почтаң ваҡытында таратылмай бит”, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Өҫтәүенә, элемтә бүлеге етәксеһенә хәбәр иткән. Иртәгәһенә почта иртән иртүк таратылды, әлбиттә. Әммә барыбер һүҙ тейҙе. Ул заманда ҡар түгел, таш яуһа ла һәр эш үҙ мәлендә һәм тейешенсә эшләнелә ине, - ти Зиннур ағай, - әле генә ул ҡайһы саҡ почта аҙнаһына бер килһә лә бер ни ҙә юҡ.
Элекке почта хеҙмәткәре Зиннур Ҡаһарманов 80 йәшен тултырған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө хеҙмәт башҡарырға тура килгән уға. Уңыштар йылмайған саҡтар ҙа булған, ауырлыҡтар ҙа осраған. Шул йылдар араһынан еңелдән булмаған, тынғыһыҙ һәм мәшәҡәтле почта ташыған осорон, бергә эшләгән коллегаларын һаман да һағынып иҫкә ала ул.
Тормош иптәше (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул байтаҡ йылдар элек был донъяларҙан китеп барған) менән 2 ҡыҙ 1 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар хәҙер үҙҙәре ғаиләле булып донъя көтә. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәй бөгөн Зиннур ағай. Элекке ғәҙәте буйынса матбуғат баҫмаһынан да айырылмай.
- Хәҙер, олоғайғас, күҙ насарыраҡ күрә. Күп гәзит алдырып уҡып булмай, шулай ҙа район гәзите "Табын”ға яҙылмай ҡалған юҡ, - ти ул.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Зиннур Ҡаһарманов.