Бергә-бергә 65 йыл
28 сентября 2013 йыл | Йәмғиәт

Бергә-бергә 65 йылБергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк. Ҡотлоғужа ауылында ла 60 йыл парлы ғүмер иткән дан ғаилә йәшәй. Флүрә һәм Әйүп Фәтҡуллиндар улар.
Ауыл осонда урынлашҡан иркен өй ҡаршыһына килеп туҡтағас, семәрле ҡапҡаны асып, киң ишек алдына үтәбеҙ. Беҙҙе ихатаһында йорт эштәре менән булып йөрөгән Флүрә әбей ҡаршыланы. Бер аҙҙан яныбыҙға сүкеш менән туҡылдап нимәлер эшләгән Әйүп бабай ҙа килеп етте.
- Бергә-бергә ҡартайыуға ни етә! Бына бергә йәшәүебеҙгә 65 йыл да тулып уҙҙы, - ти улар. – 60 түгел, быйыл теүәл 65 булды, ике балалы булғас ҡына яҙылышҡайныҡ беҙ…
Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте татыусы парға һорау биреп, ғүмер йомғағын һүтәбеҙ. Күберәк бабай һөйләй, ә әбей, мосолман ҡатындарына хас бер тыйнаҡлыҡ менән, ҡарты һөйләгәндәрҙе ара-тирә дөрөҫләп, йөпләп кенә ултыра. Икеһенең дә хәтерҙәре бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар улар.
Әйүп Ғәбиҙулла улы Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуып үҫкән. Флүрә Мөхәрләм ҡыҙы – ошо ауылдан. Улар Красноусолда таныша. Өйләнешкәс, икеһе лә 4 йыл тирәһе быяла заводында эшләйҙәр. 12 йыл Ташлы ауыл хакимиәтенә ҡараған Юрмаш ауылында йәшәп, урман эшендә эшләйҙәр. Аҙаҡ Ҡотлоғужаға ҡайтып төпләнәләр. Фәтҡуллиндар икеһе лә йәш һәм ғәйрәтле саҡтарында ер емертеп эшләгән. Флүрә әбей сөгөлдөр үҫтерһә, Әйүп бабай тимерсе лә, бригадир ҙа, балта оҫтаһы ла була. Фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһында торған, бик күп Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була ул.
7 балаға ғүмер биргәндәр, әле 5-һе иҫән.
- Бер ҡартаймаҫ инек тә, бала ҡайғылары тиҙ ҡартайта шул, 1951 йылғы ҡыҙыбыҙ, 60-сы йылда тыуған улыбыҙ үлде, - ти Флүрә әбей.
Балаларын ипле, тәүфиҡлы итеп үҫтергәндәр улар. 11 ейән-ейәнсәрҙәренә, 2 бүлә-бүләсәрҙәре йөрәгенә изгелек орлоҡтары сәсеүсе олатай, өләсәй булыуҙары менән дә бәхетлеләр.
- Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Санкт-Петербургта йәшәгән балалар ҡайтып торалар, ярҙамдарынан ташламайҙар. – Санкт-Петербургтағы Фәнисә ҡыҙыбыҙ йылына 2-3 ҡайтырға тырыша, унда үҙебеҙ ҙә барып ҡайттыҡ әле, - ти Фәтҡуллиндар.
Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар аҫрамай булмай, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Флүрә әбей менән Әйүп бабай ҙа һәр ваҡыт күпләп мал аҫрағандар, эре малдарын бөтөргәнгә 5 йыл самаһы ғына икән. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, бәрәңге һәм башҡа төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй улар.
Бер тән, бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата мәрхәмәтлелек. Әйүп Ғәбиҙулла улы ауылдың имамы ла. Ауылдаштары был абруйлы ғаиләне ихтирам итә.
- Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, - ти береһе - 87, икенсеһе 82 йәшен тултырған әбей менән бабай.
Улар әле лә етеҙлеген, һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған. Фотоға төшөрөргә йыйынғас, бабай миҙалдары тағылған костюмын кейә һалып, әбей матур яулығын бөркәнеп, бер-береһенә һыйынып ҡына килеп ултырҙылар.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарын бер-береһенә тоғро ҡалып үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған парҙарға артабан да Хоҙай һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен.
Гөлсиә КӘРИМОВА.
Ҡотлоғужа ауылының бәхетле пары - Флүрә һәм Әйүп Фәтҡуллиндар.