Һеҙҙең менән тормош нурлы
28 сентября 2013 йыл | Йәмғиәт

Һеҙҙең менән  тормош нурлы1990 йылдан алып йыл һайын 1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Был байрамды уҙғарыуҙың маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын өлкән йәштәге кешеләрҙең проблемаларына йүнәлтеү, ололарҙың матур йәшәүенә өлгәшеү, уларға һәр яҡлап ярҙам итеү.
Районда 7 меңдән ашыу ветеран бар. Улар – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары, яугирҙарҙың тол ҡатындары, "Һуғыш осоро балалары”, инвалидтар. Улар араһында ауыл хужалығы ветерандары, атҡаҙанған уҡытыусылар, медицина хеҙмәтәкәрҙәре, урман хужалығында һәм Красноусол быяла заводында оҙаҡ йылдар эшләгәндәр бар.
Оло йәштәгеләрҙе ҡурсалау, уларға ярҙам итеү маҡсатында халыҡты социаль яҡлау, Пенсия фонды органдары менән берлектә район ветерандар ойошмаһы эшенең төп йүнәлештәре билдәләнде. Төп йүнәлештәребеҙҙең береһе булып "Төпкөлдә йәшәүсе ветерандарға – халыҡ иғтибары һәм хәстәрлек” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу тора. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге, табиптар менән берлектә ауылдарға сығабыҙ.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе ветерандарҙың йәшәү шарттары район үҙәгендә һәм ҡалала йәшәгәндәрҙекенән күпкә ҡайтышыраҡ. Оло кешеләргә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һатып алыуҙа төрлө хеҙмәттәр өсөн түләүҙә мотлаҡ ярҙам кәрәк. Стационарҙа дауаланыу, шифаханаларҙа ял итеү йәһәтенән проблемалар бар. Шулай уҡ ихлас аралашыуға, яғымлы мөнәсәбәткә, әхлаҡи, рухи ярҙамға ла мохтаж улар. Ғүмерҙәре фиҙаҡәр хеҙмәттә үтеп, иле, халҡы өсөн һаулығын ҡыҙғанмай янып-ярһып йөрөгән, эргә-тирәһендәгеләргә терәк, таяныс булған кешеләр бөгөн инде үҙҙәре ниндәйҙер ярҙамға мохтаж.
Шулай уҡ ветерандар араһында әүҙем тормош алып барыусылар бик күп. "Яратам һине, тормош!” республика конкурсында бөтә ауыл биләмәһе хакимиәттәренән дә пенсионерҙар ҡатнашты. Улар араһында кемдер йырлап, кемдер бейеп, шиғыр һөйләп үҙ һәләттәрен күрһәтте. 40-тан ашыу кеше (Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын, Үзбәк, Мораҡ, Толпар, Табын, Сәйетбаба, Буруновка, Бурлы һәүәҫкәрҙәре) конкурстың икенсе турында ла ҡатнашып, Шишмәгә барып ҡайтты. Экологик өмәләрҙә, Ғаилә, Әсә көндәрендә, Урам, Шәжәрә байрамдары – ошондай барлыҡ тантаналарҙа, шулай уҡ "Социаль туризм”, "Өсөнсө быуын халыҡ университеты” республика программаларында беҙҙең пенсионерҙарыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Бы-йыл "Социаль туризм” программаһы
буйынса 25 кеше ял итеп, һаулығын нығытты. 40 кеше компьютерҙы үҙләштерҙе, дауалау-физкультура төркөмөндә 40 кеше шөғөлләнә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары ла йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур эш башҡара.
Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата пленум уҙғарылып, план ҡабул ителде. Уларҙы үтәү буйынса алда ҙур эштәр тора. Мәктәп музейҙарын экспонаттар менән байытырға, аудиояҙмалар әҙерләргә кәрәк.
Беҙҙең ветерандар "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәренә әүҙем яҙылыусылар ҙа. Улар бигерәк тә халыҡты социаль яҡлау бүлегендәге, Пенсия фондындағы яңылыҡ, мәғлүмәттәрҙе көтөп ала. Республикала нәшер ителгән "Башҡортостан ветераны” гәзитендә лә өлкәндәр өсөн файҙалы мәғлүмәт етерлек.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар, яуҙа һәләк булған һәм ҡайтҡас вафат булған яугирҙарҙың тол ҡатындары хаҡында дәүләт даими хәстәрлек күрә. Пенсионерҙарыбыҙ һәйбәт шарттарҙа, уңайлы фатирҙарҙа йәшәһен өсөн уларға торлаҡ сертификаттары тапшырыла.
Көндәре гел хеҙмәттә үткән оло йәштәгеләр хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырыуҙы күҙ алдына килтермәй. Беҙ уларҙың күптәрен бынамын тигән баҡса үҫтереүсе, умартасылар, ҡул эштәре оҫтаһы тип тә беләбеҙ.
Һәр йылдағыса быйыл да Ололар көнө ауылдарҙа һәм район үҙәгендә киң билдәләп үтеләсәк. 1 октябрь көндө Красноусолда, район мәҙәниәт һарайында ветерандарҙы көтөп ҡалабыҙ. Бындай саралар ауылдарҙа ла ойоштороласаҡ.
Хөрмәтле ветерандар! Барығыҙҙы ла Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Тура һүҙле, яуаплы, оптимист булғанығыҙ, аҡылығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.
Яңғыҙҡайындан "Ҡартаймаҫ йөрәктәр" йыр ансамбленә күңелдәре менән йәш ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй, улар күп сараларҙың биҙәге.