Йылан йылы китә “шыуышып”, Йылҡы йылы килә “сапсып-үрәпсеп”
28 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Уҙып барған Йылан йылында ниндәй эштәр башҡарылған, ниндәй уңыштарға ирешелгән, "сапсып-үрәпсеп” килгән Йылҡы йылына ниндәй өмөттәр бағлана, пландар нисегерәк? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында бер нисә етәксегә мөрәжәғәт иттек.
Елена КУЗИНА, "Кузин” крәҫтиән-фермер хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе:Йылан йылы китә “шыуышып”, Йылҡы йылы килә “сапсып-үрәпсеп”
- Уҙып барған йыл сағыштырмаса һәйбәт булды тип әйтер инем. Былтыр ойоштороусылар иҫәбенә ике үгеҙ, 50 баш ҡара-сыбар тоҡомло таналар һатып алған инек. Әле улар икенсегә быҙаулай. Ошо арауыҡта ҡураларға ныҡлы ремонт эшләнде, биналарҙың ҡыйығы профнастил менән ябылды, стеналар ҙа тыштан ошондай уҡ материал менән көпләнде. Малсылар йортон да заманса материалдар менән эшләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер унда йылы һыу, хатта бәҙрәфенә тиклем бар. Эшселәр өсөн уңайлы шарт тыуҙырырға тырыштыҡ. Һыйыр малынан тыш күпләп йылҡы малы, хужалыҡ ихтыяжы өсөн сусҡа аҫрайбыҙ. Быйыл 20 баш ҡолон алыуға өлгәштек. Йылҡы йылында йылҡы малы һанын арттырырға иҫәп бар. Боронғо кәсеп – ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалыу уйы ла юҡ түгел. Киләсәктә шулай уҡ мал һанын арттырырға, мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен киңәйтергә иҫәп тотабыҙ. Быйыл дөйөм суммаһы 5 миллион һум булған мал аҙығы әҙерләү техникаһы һатып алдыҡ. Шуға ла Йылҡы йылына ҙур өмөттәр бағлап йәшәйбеҙ.
Фәнил КИНЙӘҒОЛОВ, мәҙәниәт бүлеге начальнигы:Йылан йылы китә “шыуышып”, Йылҡы йылы килә “сапсып-үрәпсеп”
- Дөйөм алғанда, мәҙәниәт өсөн быйылғы йыл бик уңышлы булды тип әйтә алам. Район буйынса бер нисә китапхананың  ябылыуы ғына ҡыҙғаныс, әлбиттә. Әммә мәҙәниәт усаҡтары һаҡланып ҡалды, шуныһы шатлыҡлы. Бейеүсебеҙ Илшат Хәбибуллин "Талант ҡанаттарында” тип исемләнгән халыҡ-ара конкурс-фестивалдә, соло номинацияһында I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Санкт-Петербург ҡалаһында ошо уҡ конкурс-фестивалдең финал турында ла 1-се урын яуланы. Ҡурайсыбыҙ Рәмил Ҡотдосов төбәк-ара "Дуҫлыҡ моңо” конкурсында дипломант булды. Күгәрсен районында балалар араһында үткән "Байыҡ” телевизион конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин Гран-при яуланы. Туймазы ҡалаһында үткән халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй” төбәк-ара конкурсында Красноусол ауылынан Рәмил Сәйфуллин Гран-при яулап, 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Ошо уҡ конкурста район мәҙәниәт  һарайы солисы Зилара Бикбова 3-сө, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илнур Үлмәҫбаев үҙ йәш төркөмөндә 2-се урын алды.
"Берҙәмлек-Содружество” халыҡ-ара фестивален юғары кимәлдә ойошторған өсөн республика Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдыҡ.
2014 йыл – Рәсәйҙә һәм республикала мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Алдағы йылда тағы ла емешлерәк эшләрбеҙ, уңыштарыбыҙ тағы ла тосораҡ булыр тип ышанам.
Илфат ҠУЖИН, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы:Йылан йылы китә “шыуышып”, Йылҡы йылы килә “сапсып-үрәпсеп”
- Йылан йылында биләмәләге ауылдарҙың инфраструктураһын яңыртыуға ҙур иғтибар бүленде. Йыл һуҙымында тағы ла 60-лап йорт газ яғыулығына тоташтырылды. Шулай уҡ Юлыҡ ауылында 61 йортҡа һыу үткәрелде. Ҡауарҙы, Юлыҡ, Һабай ауыл клубтарының, Ҡауарҙы, Юлыҡ урта мәктәптәренең газ яғыулығы менән йылытыла башлауын да ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләйем. Йылҡы йылында иһә Ҡауарҙы, Юлыҡ балалар баҡсаларын, Һабай башланғыс мәктәбен газ яғыулығына тоташтыраһы ҡалды. Был биналарҙың документтары әҙер. Төбәктәге етешһеҙлектәргә килгәндә инде, ерҙәребеҙҙең сәселмәй ятыуы күңелде әрнетә. Киләсәктә ошо йүнәлештә эш алып барырға кәрәк тип иҫәпләйем. Йылҡы йылына килгәндә инде, биләмәлә йылҡы малы аҫраусылар ифрат күп. Бер Илһам Шаһиевта ғына ла 40-лап баш йылҡы малы бар. Шуға ла төбәктә ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине тим. Барлыҡ райондаштарҙы Яңы йыл менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ теләп ҡалам.