Бергә-бергә именлектә, ҡыуаныста үтһен йылыбыҙ
28 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Ғиндулла Ширияздан улы ШӘЙӘХМӘТОВ, Сәйетбаба ауылы (1930 йылғы):Бергә-бергә  именлектә, ҡыуаныста  үтһен  йылыбыҙ
- Ат йылы, Арыҫлан йондоҙлоғонда тыуғанмын. Шуға арыҫлан кеүек көслө, ғәйрәтле булып, ат кеүек эшләргә тырышам. Ниндәй эш башлаһам да унан тик ҡәнәғәтлек кенә алам һәм сәләмәтлек булғанда туҡталырға уйым да юҡ. Иҫәнлек булһын.
Үҙ йылымда ла башлаған эштәремде дауам итеп, иман юлында булып, халыҡ араһында әхлаҡ, рухи байлыҡ кеүек изге төшөнсәләрҙе күтәрәсәкмен. Жәлил Кейекбаев музейына ярҙам итеп тороу ҙа минең төп маҡсат. Ошоғаса сыҡҡан китаптарыма өҫтәп, йәнә китап сығарырға уй бар. Ҡаранйылға ауылының һәм үҙемдең шәжәрәмде төҙөргә күптән уйлай инем. Үҙ йылымда ошо маҡсатта эш башламаҡсымын. Бының өсөн Өфөгә, дәүләт архивына барырға тура киләсәк. Ҡыҙым Лина ла Ат йылында тыуҙы. Йәғни, ғаиләбеҙҙә ике ат.
Ғаилә тигәндән, тормош иптәшем Мәрйәм Фәйез ҡыҙы менән бергә йәшәүебеҙгә март айында 60 йыл тула. Иҫәнлек булһа, балалар, туғандар менән йыйылышып ошо юбилейҙы билдәләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, үҙ йылыма яҡты хыялдар, изге маҡсаттар менән инәм.
Жәлил ҒӘЙНУЛЛИН, ЮХХДИ начальнигы (1966 йылғы):Бергә-бергә  именлектә, ҡыуаныста  үтһен  йылыбыҙ
- Үҙ йылымды икеләтә шатланып, уҙған йылдарҙан тағы ла яҡшыраҡ үтеренә, уҙған йылда бойомға ашмай ҡалған уй-маҡсаттар ғәмәлгә ашырына ҙур-ҙур өмөттәр бағлап ҡаршылайым.
Ат – изгелекле, эшсән, сабыр, берәүҙән дә ярҙам көтмәй, киреһенсә, үҙе кешегә хеҙмәт итеп йәшәй торған изге йән эйәһе. Ул һәр ваҡыт кешеләргә файҙа килтерҙе. Был юлы ла һынатмаҫ, тигән ышаныста ҡалам. Ул юлында осраған кәртәләрҙе еңеп, алға ынтылыусы. Шуға ла Ат йылы тырыш, ҡуйған маҡсаттарына тайпылышһыҙ барыусы кешеләр өсөн уңышлы йыл буласаҡ.
2014 йыл һәр беребеҙгә бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, тик уңыштар ғына алып килһен, юлдарҙа именлек булһын. Һау-сәләмәт булайыҡ. Ат йылы төклө аяғы менән килһен!
Илшат ҒӘБДИЕВ, Бурлы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы (1966 йылғы):Бергә-бергә  именлектә, ҡыуаныста  үтһен  йылыбыҙ
- Беҙҙең мәктәп уҡыусылары район кимәлендә үткән спорт ярыштарында даими ҡатнашып тора. Призлы урындарҙы яулайбыҙ. Беҙҙә
айырыуса волейболға иғтибар ҙур. Үҙ йылымдан спорт буйынса тағы ла юғарыраҡ уңыштар көтәм. Әлбиттә, тәү сиратта һаулыҡ булһын. Ат йылы барыһынан элек Олимпиада йылы булып тарихҡа инәсәк бит. Уның барышын ҡыҙыҡһынып ҡарап барасаҡмын. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла, бәлки, ҡасандыр донъя кимәлендә үткән Олимпиадала ҡатнаша алыр тип өмөтләнәм.
Һәр хәлдә үҙ йылымда балалар күңелендә спортҡа ҡарата тағы ла нығыраҡ һөйөү хисе уята алырмын тигән ышаныста ҡалам. Илдәрҙә именлек, ғаиләләрҙә татыулыҡ булһын. Сәләмәт булайыҡ. Спорт менән шөғөлләнеп, физик яҡтан да, рухи яҡтан да ат кеүек көслө булайыҡ.
Фәрғәт ҒӘЛИН, "Табын” гәзите хәбәрсеһе (1954 йылғы):Бергә-бергә  именлектә, ҡыуаныста  үтһен  йылыбыҙ
- Етеп килгән үҙ йылыма
Еткерәмен изге теләк:
Ниндәй йәшкә еткәндә лә
Иң мөһиме – һаулыҡ кәрәк.
Бәхет, шатлыҡ ҡына килтер,
Үҙ йылым бит ни тиһәң дә.
Изге уйлы, саф күңелле
Дуҫтар булһын, тим, эргәмдә.
Тыумай ҡалған яңы шиғыр
Яҙылыр тип өмөт итәм.
60 йәшкә еткәндә лә
Күңел илһам көтә икән.
Киләһе йыл "өйөрөм” дә
Ишәйергә тора, ана.
Йорт күмелер ейәндәр һәм
Ейәнсәрҙәр тауышына.
Ашҡынып барыр эшем булһын,
Өйҙә көтһөн яҡындарым.
Бергә-бергә именлектә,
Ҡыуаныста үтһен йылым!