Иҫәнлек, бәхет теләйем
28 декабря 2013 йыл | Йәмғиәт

Төньяҡтан иҫкән елдәр беҙгә Имәндәш тарафтарында яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ҒИЛМАНОВАның Яңы йылдың тәүге көнөндә 60 йәшлек юбилейын һәм өй туйы үткәрергә йыйыныуы хаҡында хәбәр еткерҙе.
- Дөп-дөрөҫ, - тигән яуап ишеттек Шәүрә Ғәббәс ҡыҙынан "был ысынмы?” тигән һорауыбыҙға. – Тыуған көнөм 1 ғинуар, йәғни Йылан йылы менән Ат йылын тоташтырып тороусымын. Характерымда ошо ике йылдың да сифаттары бар. Йылан иң аҡыллы йәнлек бит инде, унан аҡыл, һығылмалылыҡ, иң ауыр саҡта ла юғарыға, яҡтылыҡҡа ынтылыу һәләте, ә Аттан көс, ныҡышмалылыҡ һәм сабырлыҡ алғанмын. Ат кеүек эшкә әрһеҙмен.
Йылан йылы миңә бик уңышлы, емешле булды. Тыуған ауылымда, ата-бабаларым нигеҙендә төҙөй башлаған өйҙөң эшен теүәлләнем. Был йорт яҡындарым, туғандарым өсөн генә түгел, таныштарым, дуҫтарым, ситтә йәшәгән яҡташтарымды бергә йыйыр бер мәҙәни үҙәк, килгән һәр кемгә ишегем асыҡ булыр.
Икенсенән, бынан 9 йыл элек теле-радиожурналистар әҙерләү маҡсатында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып булдырылған Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына оҙайлы лицензия алдым. Октябрҙә 46 ил вәкилдәре ҡатнашлығында Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара телевизион форумда ҡатнашыу бәхетенә ирештем. Был мәртәбәле форумда Рәсәйҙән 4 тележурналист ҡатнашһа, шуларҙың береһе - мин. Бында телесәнғәттең киләсәге хаҡында әһәмиәтле һөйләшеү булды, саранан иҫ киткес ҙур пландар, уй-фекерҙәр менән ҡайттым һәм, Аллаһы бирһә, уларҙы бойомға ашырыу буйынса ат һымаҡ төптән егелеп эшләрмен, тим. Унан килеп, күптән түгел Төбәк-ара "Алтын Урал” ижади премияһы менән бүләкләндем. Ошо көндәрҙә генә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан Маҡтау грамотаһы тапшырҙылар.
Ат йылы ла шулай уңышлы килер тип өмөтләнәм. Аллаһы бирһә, 2014 йылда М.Ғафури әҫәрҙәренә нигеҙләнеп әҙерләгән пьесам сәхнәгә сығасаҡ, тағы ла бер тапҡыр өләсәй буласаҡмын. Хоҙайҙан эске гармониянан, әүҙемлектән айырма, тип һорайым, уй-пландар күп, уларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға насип итһен.
"Табын”дың уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотлап, именлек, һаулыҡ, бәхет теләйем.