Йәш әсәләр, үҫмер атайҙар бар
29 января 2014 йыл | Йәмғиәт

2013 йыл һуҙымында район ЗАГС-ы тарафынан 1643 гражданлыҡ хәле акты теркәлгән, юридик йәһәттән әһәмиәтле 2728 эш башҡарылған. Шул иҫәптән булған гражданлыҡ хәле акттарына үҙгәрештәр, өҫтәмәләр, төҙәтмәләр индерелгән, гражданлыҡ хәлен теркәү тураһында яңы таныҡлыҡтар, белешмәләр бирелгән һәм башҡа бик мөһим саралар атҡарылған.
Былтыр районда 263 йәш ғаилә барлыҡҡа килде (2012 йылда – 295). Улар араһында бәлиғ булмағандарҙың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, никахҡа инеүсе парҙарҙың 8-енә 18 йәш тулып өлгөрмәгән булһа, берәүһенә хатта, 16 йәш тә тулмағайны. Сит ил граждандары менән 2 никах теркәлде. Шулай уҡ ситтән килеүсе 6 пар үҙенең никахын район ЗАГС бүлегендә теркәтте.
Айырылышыусылар ҙа кәмемәй, киреһенсә арта бара. 2012 йылда, мәҫәлән, 125 ғаилә айырылһа, былтыр – 137.
Уҙған йыл районда малайҙар күберәк тыуҙы. Барлығы 525 сабый донъяға килһә, шуларҙың 275-е малайҙар. 150 ғаилә парҙары тәүге балаларын ҡулдарына алды, 170 сабый ғаиләлә икенсе, 127-һе - өсөнсө, 72-һе өсөнсө һәм артабанғы булып тыуҙы. 4 ғаиләлә игеҙәк балалар тыуҙы, бер ғаилә пары бер юлы өс сабыйға атай-әсәй булды. Бәлиғ булмағандар никахҡа ингәс, билдәле, йәш әсәләр, атайҙар ҙа бар. Былтыр ошондай бер атай, 9 әсәй теркәлде.
126 сабый никахтары теркәлмәгән ғаиләлә донъяға килһә, 65 баланы әсәй кеше яңғыҙ тәрбиәләй. 24 кеше исем-шәрифен, атаһының исемен алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Үкенескә күрә, районда үлем осраҡтары буйынса ла күрһәткестәр юғары килеш ҡала. Былтыр, мәҫәлән, 562 үлем осрағы теркәлде, 2012 йылда - 585 ине. 316 ир-егет, 245 ҡатын-ҡыҙ вафат булды. Шуларҙың 37-һе үҙ ғүмерен үҙе ҡыйһа, 7 кеше алкоголь менән ағыуланған.
2013 йылда 22 ғаилә алтын туйын билдәләне. Шулай уҡ 4 ғаилә пары бергә ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тулыуҙы байрам итте.
Йылҡы йылында шатлыҡлы ваҡиғалар күберәк булып, никахҡа инеүселәр, яңы донъяға килгән сабыйҙар һаны артһын, ә инде никахты тарҡатыу, үлем осраҡтары, киреһенсә, булмаһын ине.
Зәлифә СӘЙФУЛЛИНА,
район ЗАГС бүлеге начальнигы
вазифаһын башҡарыусы.