Белемде камиллаштырҙыҡ
29 января 2014 йыл | Йәмғиәт

Былтыр ноябрь-декабрь айҙарында Өфөләге Рәсәй Ислам университетында Рәсәй Үҙәк Диниә Назаратына ҡараған республика ауылдары мәхәлләләре имамдары өсөн икешәр аҙналыҡ дини белемде камиллаштырыу (үҫтереү) курстары ойошторолдо.
Беҙҙең райондан Үҙәк Диниә Назаратына ҡараған Бажыҡ, Юлыҡ, Ҡолҡан, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк мәхәлләләре имамдарының тәүге бишәүһе дини ғилемдәрен үҫтереп ҡайтты.
Беҙгә Төркиә, Тунис-тан килгән профессорҙар ғилем бирҙе. Курстарҙа уҡыу менән бер рәттән төрлө осрашыуҙар ҙа уҙғарылды. Шуның иң иҫтә ҡалғаны Мөхәммәт Ғәләйһиссәләмдең 41-се быуын ейәне Абдурраззаҡ хәҙрәт (ул Иорданияла йәшәй) менән осрашыу булғандыр.
Имамдар ошондай курс-тар ойоштороуҙарына, ғилемдәрен арттырыуҙарына ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәтле булып таралышты.
Баян хәҙрәт ХӘСӘНОВ,
Еҙем-Ҡаран мәсете имам-хатибы.