Ут менән һаҡһыҙ эш итеү күңелһеҙ тамамлана
17 апреля 2018 йыл | Йәмғиәт

Ут менән һаҡһыҙ эш итеү күңелһеҙ тамамлана2018 йыл башынан районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән  хәл былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда түбәндәгесә характерлана: 13 янғын теркәлде, былтырғы менән сағыштырғанда 2-гә күберәк; 5 кеше һәләк булды, 3-гә күберәк; янғында 1 кеше йәрәхәтләнде, 1 осраҡҡа күберәк.

Финанс белемлелеге иғтибар үҙәгендә
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Аҡса иҫәп ярата, тиҙәр. Ә бына аҡсаны дөрөҫ иҫәпләй, уны маҡсатҡа ярашлы итеп ҡуллана, файҙалана беләбеҙме? Был һорау илебеҙ халҡы өсөн актуаль булып ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙә 9 апрелдән 22 апрелгә тиклем Бөтә Рәсәй финанс белемлелеге аҙналығы башланды. Аҙналыҡтың төп маҡсаты булып балаларҙы һәм йәштәрҙе финанс белемгә өйрәтеү тора.

Финанс белемлелеге аҙналығы башланды
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Рәсәйҙә 9 апрелдән 22 апрелгә тик-лем Бөтә Рәсәй финанс белемлелеге аҙналығы башланды. Аҙналыҡтың төп маҡсаты булып балаларҙы һәм йәштәрҙе финанс белемгә өйрәтеү тора.
Финанс белемлелеге аҙналығы башланды
ҺҮРӘТТӘ: Красноусолдағы 2-се мәктәптә финанс белемлелегенә арналған дәрес бара. Уны уҡытыусы Людмила Васильевна Пухова уҙғара.

Республика Башлығы тура эфирҙа
13 апреля 2018 йыл | Шылтырат!, Йәмғиәт

Кесе йома, 19 апрелдә киске сәғәт 7-лә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24. Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарарға, «Спутник FM», «Рәсәй радиоһы. Башҡортостан» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.
Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге 12 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа эшләй башлай һәм тапшырыу аҙағынаса дауам итә. Уға көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем 8–800–347–03–47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.
«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында 2011 йылдан башлап эфирға сыға.

Иң кәмдән дә кәм булмаһын
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Эшҡыуарҙар иғтибарына!
2017 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән 421-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 9489 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы Рәсәй Президенты В.В.Путин индергән закон проектын ҡарай, был проект буйынса, 2018 йылдың майынан минималь айлыҡ эш хаҡын эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы кимәленәсә күтәреп, айына 11163 һумға еткереү күҙаллана.
Эш биреүселәр эшләүселәргә эш хаҡын минималь айлыҡ эш хаҡы күләменән кәмерәк түләгән, шулай уҡ эшселәренә законһыҙ рәүештә төрлө штрафтар (түләүҙәр) һалған осраҡта, намыҫһыҙ эш биреүселәргә административ, йәиһә енәйәт яуаплылығы янай.
Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 296