Экологик акцияға әүҙем ҡушылдылар
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Экологик акцияға әүҙем ҡушылдыларРайон биләмәһендә экологик өмәләр бара. Иң тәүгеләрҙән булып ҙур экологик эште район үҙәге һәм Курорт мәктәптәре уҡыусылары башлап ебәргәйне. Мәктәптәрҙең 6-7-се класс уҡыусылары уҡытыусылары һәм Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Красноусолдың иҫтәлекле урындарын – һәйкәлдәр һәм обелискылар биләмәләрен тәртипкә килтерҙе.

Их, һыу инеүҙәре!
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Алда – Май байрамдары. Биш көнлөк был каникулды  күптәр баҡсала, ихатала эшләп алыуға арнар. Әүҙем ял итергә теләүселәргә лә борсолаһы түгел – йыл әйләнәһенә үҙенә саҡырып торған "Еҙем”ебеҙ – физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәр кем өсөн асыҡ.

Сафлыҡ-паклыҡ, хеҙмәт байрамы
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Май айының тәүге көнөн байрам булараҡ ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ һәм уны барыбыҙ ҙа көтөп ала. Ә бына уның ҡайҙа һәм ҡасан байрам ителә башлауын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Шуға ла тарих тәҙрәһенә бағып алыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине.

Кешелек һәм тәбиғәт именлеге һағында
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Кешелек һәм тәбиғәт именлеге һағындаЯнғын һағы хеҙмәте Рәсәйҙә бынан 364 йыл элек ойошторола. Был хеҙмәт эйәләренән батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ талап ителә. Янғын һүндереүсе тигән ауыр һәм хәүефле һөнәрҙе һайлап, үҙ итеүсе коллектив һөнәри байрамдарын нисек ҡаршылай, эшмәкәрлектәре ниҙән ғибәрәт? Ошо хаҡта "БР буйынса 14-се ОФПС” Дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович Отмахов һөйләй:

Кемдәр улар кесе табындар?
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

"Браконьерҙар” отставкалағы уҡсы Федька Мигунов һәм уның улы Спирька Фомичев һәм уларҙың ярҙамсыһы Куприяшка Поликарпов булып сыға. Уларҙың белдереүенсә, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе балыҡ тотоу өсөн  ҡуртымға алғандар. Уларға Ҡыуғанаҡ тамағынан Көгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынына тиклемге ерҙәр ҡуртымға бирелгән булған һәм улар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә яңылыш килеп сығыуҙарын белдерәләр. Хоҡуҡ боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла, балыҡтары тартып алына һәм шуның менән был ваҡиға тамамлана.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 281 282 283 284 285 286 287 288 289 ... 302