Онотолмаҫ йылдар
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Район етәкселәре
60-сы йылдарға тиклем районға ситтән ебәрелгән
I секретарҙар етәкселек итте. Ауыр йылдарҙа улар ҙа 2-3 йылдан артыҡ эшләй алманы. Ниһайәт, 1959 йылда район партия комитетының беренсе секретары итеп М.Ғафури исемендәге колхозда рәйес булып эшләп йөрөгән Әсҡәт Шәмсетдинов һайлана. Был ваҡытҡа ауыл хужалығы тармағы тернәкләнеп, аяҡҡа баҫа башлағайны инде. Колхозсылар эш хаҡын аҡсалата алды, ауылдар төҙөкләндерелде, хужалыҡтарҙа малсылыҡ ҡуралары төҙөлдө, малдар һаны артты. Икенсе төрлө  әйткәндә, район тормошо әкренләп яйға һалынғайны. Әйткәндәй, 60-сы йылдар башында район халҡы 68 меңгә еткәйне.

Журналистарҙың ҙур йыйынында
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Февраль аҙағында Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Журналистары союзының XIX съезы булып үтте. Унда төрлө ҡала-райондарҙан һайланған йөҙҙән ашыу делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

"Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәре фотохәбәрсеһе Наил Латипов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы сираттағы фотокүргәҙмәһен әҙерләне.

Тарих төпләнмәһе менән эш итәләр
09 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Тарих төпләнмәһе менән эш итәләрХалыҡтың матди һәм рухи тормошо архивтарҙа һаҡланған төрлө документтарҙа сағылыш таба. Бында беҙҙең райондың архив фонды ла үҙ өлөшөн индерә. Ул шулай уҡ Ғафури төбәгенең уҙғаны менән хәҙергеһен, кисәгеһе менән бөгөнгөһөн бәйләүсе мөһим звено булып тора.

Сәсән дә, батыр яугир ҙа
27 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Сәсән дә,  батыр яугир ҙа"Яҡташтар” проекты үткәндәр менән бөгөнгөнө бергә бәйләү, тарихи шәхестәр йөҙөндә тыуған яҡтың үткәне менән яҡынданыраҡ танышыу, тыуған төйәккә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи шәхестәребеҙҙе бик аҙ беләбеҙ шул. Ошо хатаны бер аҙ булһа ла төҙәтеү маҡсатында үҙенең башҡарған эше, ҡылыҡ-фиғеле менән яҡты эҙ ҡалдырған, халыҡ мәнфәғәте өсөн йәнен аямай көрәшкән, азатлыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылған сәсән-импровизатор, ҡыйыу яугир, оҫта ойоштороусы, Кәлсер-Табын волосы старшинаһы Килдеш Агиев менән таныштырып үтмәксебеҙ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 304 305 306 307 308 309 310 311 312 ... 316