Тәүәккәлләгән - таш ярған
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт
Төбәктә “Берҙәмлек – Содружество” фестивале үтәсәк
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт
8-12 июндә Башҡортостанда «Берҙәмлек - Содружество» халыҡ-ара фестивале
үтә. Йыл һайын бәйгелә Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән
дә башҡарыусылар ҡатнаша. Быйыл Латвия, Төркиә, Польша, Ангола,
Һиндостан, Ҡытай, Израиль, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Төньяҡ
Осетиянан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. Байрам Ишембай ҡалаһында
тантаналы парад һәм концерт менән башланасаҡ.
Хөрмәтле эшҡыуарҙар!
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт
Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән барығыҙҙы ла ҡотлайым!
Был көн – тәүәккәллеккә бара, стандарт булмаған ҡарарҙар ҡабул итә, киң фекерләй белеүсе инициативалы кешеләрҙең байрамы. Маҡсатҡа ынтылыусан, көслө булмайынса, юғары ойоштороу һәләтенән башҡа бизнеста уңышҡа өлгәшеп булмай. Республика иҡтисадында үҙ урыныңды биләү, әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу – һәйбәт ынтылыш та, ихтирамға лайыҡ ауыр хеҙмәт тә ул.

Уңышлы эш теләйем!
25 мая 2013 йыл | Йәмғиәт
Хөрмәтле эшҡыуарҙар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Рәсәй эшҡыуарлығы көнө айҡанлы
ихлас ҡотлайым. Район иҡтисадын эшҡыуарлыҡ тармағынан тыш күҙ алдына ла
килтереп булмай. Эшҡыуарҙар район бюджетын тулыландырыуға ла тос өлөш
индерә һәм уның күләме йылдан-йыл арта бара.