Изге байрам күркәм үтте
22 июня 2018 йыл | Йәмғиәт


Изге байрам күркәм үттеКрасноусолда Ураҙа байрамының Ғәйет намаҙы туғыҙынсы яртыла Ҡөрьән уҡып башланды. Уға мәсет тулы халыҡ – 60 ир-егет, 80 ҡатын-ҡыҙ һәм бик күп бала-саға йыйылды.

Ғилем-белем юлын үҙ иттек
22 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Ғилем-белем юлын үҙ иттекМин күптән түгел 90 йәшемде билдәләнем. Имәндәш ауылында донъяға килгәнмен. 1930 йылда ошо ауылдан айырылып сыҡҡан кешеләр Мәндем йылғаһы буйына Туғай тигән ауыл төҙөйҙәр һәм беҙҙең Мәжитовтар ғаиләһе бында күсеп килә. Атайым Абдулхаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, инәйем бар ғүмерен колхоз эшенә арнаны. Мин Мәндем буйында үҫтем. Башланғыс белемде Туғайҙа  алдым, 5-се класты Сәйетбаба мәктәбендә дауам иттем һәм 10-сы класты тамамлағас, Өфөлә витамин заводында эшләнем.

Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡ
19 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡРәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан районда йыл һайын эшҡыуарҙар конференцияһы уҙғарыла. Быйыл да районыбыҙ эшҡыуарҙары 30 майҙа үҙҙәренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһар өсөн мәҙәниәт һарайына йыйылды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты  - бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау Фондының баш белгесе Р.Ғәлиев, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Стәрлетамаҡ 3-сө һанлы инспекцияһының урында тикшереүҙәр бүлеге белгесе Е.Чеканова, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – иҡтисад һәм финанс буйынса Светлана Ғөбәйҙуллина, ауыл хужалығы буйынса Рөстәм Аҡбашев, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрам итте
19 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрам итте7 июндә район мәҙәниәт һарайында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Изге сәфәр ҡылдыҡ
13 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Изге сәфәр ҡылдыҡРамаҙан айын үҙен мосолман тип таныған һәр кем изге уйҙар, яҡшы ғәмәлдәр менән генә үткәрергә те-йеш һәм  һәммәбеҙ тап шулай эшләргә ынтылабыҙ. Красноусол ауы-лы ағинәйҙәре лә тап ошо изге айҙа мохтаждарға ярҙам итеү, үҫеп килеүсе йәш быуынға әхлаҡ, әҙәп, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, халҡыбыҙға хас булған боронғо йолаларҙы, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе өйрәтеү йәһәтенән байтаҡ эш алып барҙы. Шулар араһында Архангел районының Максим Горький ауылында урынлашҡан республика кимәлендәге "Мәрхәмәтлек" инвалидтар һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар тәрбиәләнгән интернат-пансионатҡа сәйәхәтебеҙ айырыуса мөһим урын биләй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 311