Дәүләт ярҙамы кәрәкме?
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт ойошмаларынан Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башлауы хаҡында иғлан итте.
Ғаризалар менән тейешле бөтә документтар 2018 йылдың 17 майынан 1 июненә тиклем министрлыҡтың хоҡуҡи тәьминәт, дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте бүлегендә ҡабул ителә. Документтар белем биреү учреждениеларын 2013 йылдан һуң тамамлаған, шулай уҡ һайлап алыу талаптарына яуап биргән йәш белгестәрҙән ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәргә Ғафури районы хакимиәтенә (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, 113-сө бүлмә) мөрәжәғәт итергә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34740)2-21-90, 2-13-47.

Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығына
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

26 майҙа Красноусолда Рәсәй Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтә.
10.00-11.00 сәғәттә – Красноусолда Хәрби дан аллеяһы алдындағы майҙанда Рәсәй Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, запастағы яугирҙары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйыла; 10.30 сәғ. – ветерандар парады; 11.00 – 11.45 сәғ. – тантаналы митинг, сик һаҡсылары һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар обелискыларына сәскәләр һалыу. Митинг тамамланғас, "Перевал” төркөмө концерты була.
 Артабан саралар "Йәшлек” паркында дауам итә: 12.00 – 12.50 сәғ. – төшкө аш (ялан кухняһы эшләйәсәк), 13.00 – 15.20 сәғ. – спорт ярыштары: хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр араһында карате-киокусинкай, көрәш, ушу-санда, гребблинг, ҡатнаш алыш, әрме ҡул һуғышы буйынса республика һәм Рәсәй  ярыштары призерҙары, иң яҡшы спортсылар ҡатнашлығында финал алыштары.
Сараны ойоштороусы – сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының "Граница” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе.

Экологик өмәләр күңелле үтте
18 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Экологик өмәләр күңелле үтте Бурлы урта мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ Ҡормантау, Березовка, Яугилде филиалдары уҡыусылары, йәмле май айының тәүге көндәрендә экологик өмәләргә сыҡтыҡ. Үҙ тыуған мәктәптәребеҙ алдын, баҡсаларҙы тәртипкә килтерҙек.

Дөрөҫ утилләштереү мөһим
18 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Дөрөҫ утилләштереү мөһимКөндәр йылытып, ер ҡарҙан әрселеү менән һәр кем үҙ йортонда, урамында һәм баҡсаһында таҙартыу эштәренә тотона. Шуға күрә сүп-сарҙы дөрөҫ утилләштереү ҡағиҙәләрен хәтере-геҙгә төшөрәбеҙ. Йыйылған сүп-сар күбеһенсә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылһа ла, яндырған осраҡтар ҙа йыш була.

Милиция ветерандарына – тәбрик һүҙҙәре
18 мая 2018 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Милиция ветерандарына – тәбрик һүҙҙәреКүптән түгел район эске эштәр бүлегенең тамаша залында матур традицияға әүерелгән бүлек ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү тантаналы сараһы үтте. Ветерандарға Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 308