“Ҡатындар” китабын ҡайҙан табырға?
26 февраля 2014 йыл | Кәңәштәр

Яҡташыбыҙ, билдәле шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар” трилогияһын яратып ҡабул иттек. Уның китап булып баҫылып сығыуын да көтөп алдыҡ. Тик уны һатыуҙа таба алмайбыҙ: Өфө китап магазиндарында күптән бөткән икән.
Рәйсә ҒӘЛИМОВА.
Рәйсәне, шулай уҡ башҡа әҙәбиәт һөйөүселәрҙе һөйөндөрөргә ашығабыҙ: "Ҡатындар” китабы әлегә бер урында һатыуҙа ҡалған: ул да булһа Красноусолдағы "КанцМастер” магазинында, адресы: Фрунзе урамы, 33 (ҡабырға яҡтан инергә).
Был магазинда шулай уҡ халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланылған башҡортса дини календарҙар ҙа бар әле. Бер килгәндә бында тағы күп төрлө кәрәк-яраҡ, мәктәп әйберҙәре, уйынсыҡтар табырға була. Ассортимент даими яңыртыла.
Магазин иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем төшкө ял. Шәмбе-йәкшәмбе - ял.