Баҡсасы кәңәштәре
21 января 2015 йыл | Кәңәштәр

Ҡыш уртаһы. Иң һалҡын ай. Емеш ағастары тәрән йоҡоға сумған.
Ғинуар айында емеш ағастарын һәм еләк ҡыуаҡтарын ҡышҡы һалҡындан һаҡлау эштәре йәйелдерелә. Ҡар туплау, ҡыуаҡтарҙы ҡар менән күмеү – төп эштәрҙең береһе. Ҡар тотоу щиттары күсереп ултыртыла, ҡар канауҙары ҡаҙыла, ҡар өйөмдәре эшләнелә.