Көҙгө байлыҡтан
21 августа 2015 йыл | Кәңәштәр

Август айы тамамланып та бара. Баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсәнең ишелеп уңған мәле. Һеҙгә көҙгө байлыҡтан әҙерләнгән бер нисә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Алманан шарлотка
Тышы әрселгән һәм орлоҡтары алынған бер нисә алманы ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турарға ла өҫтөнә шәкәр ҡомо һибергә. Ике йомортҡаны шәкәр ҡомо һалып туғып күпертергә һәм һөт менән шыйыҡларға.
Икмәктең йомшаҡ ерен 0,5 см ҡалынлыҡта телемләп турарға. Ҡаты өлөшөн ваҡлап турап киптерергә.
Икмәк телемдәренең бер яғын һөт-йомортҡа ҡатнашмаһына манып алып, майланған табаның эске яғына теҙеп сығырға (сылатылған яғы менән). Киптерелгән икмәк киҫәктәрен алма менән ҡушырға, ошо ҡатнашманы табаға тултырып, өҫтөнә икмәк телемдәре менән ҡаплап духовкала 20 минут тоторға. Бешеп сыҡҡас ҙур тәрилкәгә ҡаплап өҫтөнә  алма соусы һибергә.
Кәбеҫтә кәтлите
200 г кәбеҫтә, 50 г аҡ май, 50 г манный ярмаһы, 1 йомортҡа, 50 г он, тоҙ, ҡара борос.
Кәбеҫтәне йоҡа ғына итеп турап, майлы табала томалап бешерәбеҙ. 15-20 минуттан манный ярмаһын өҫтәп, болғатып тороп тағы ла 15 минут бешерәбеҙ. Уттан алып һыуытҡас, йомортҡа, тоҙ, борос һалабыҙ, бутап алғас, кәтлиттәр яһайбыҙ. Майҙа яҡшылап ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтәлгә йәшел укроп менән биҙәп бирәбеҙ.
Тәмле бәрәңге
5 бәрәңге, 2 кишер, 2 тоҙло ҡыяр, 2 баш һуған, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм майонез, укроп, 2 аш ҡалағы май алына. Бәрәңгене шаҡмаҡлап, ҡалған йәшелсәләрҙе түңәрәкләп турайбыҙ. Табалағы майҙа бәрәңгене, кишерҙе айырым-айырым ҡыҙҙырып алабыҙ. Артабан ҡатламлап: аҫҡа бәрәңгене, кишер,  һуған, ҡыяр теҙәбеҙ. Майонез менән ҡаймаҡты бутап, әҙ генә һыу ҡушып йәшелсәләр өҫтөнә ҡоябыҙ. Һүрән утта 10 минут бешерәбеҙ. Өҫтөнә аҡ май, укроп һибеп, тағы ла 5 минут бешерәбеҙ. Өҫтәлгә телемләп киҫеп  бирәбеҙ.