Баҡсасы хәстәрлектәре
21 августа 2015 йыл | Кәңәштәр

Һабаҡтары һарғайған һарымһаҡ менән һуған уңышын йыйып, ҡоро еләҫ урынға киптерергә һалырға кәрәк.
Көн дә өлгөрөп торған ҡыяр, помидор, боросто ла йыйып ҡышҡылыҡҡа тоҙлау, маринадлау һ.б. эштәрен башҡарыу ҙа мотлаҡ.
Быларҙан тыш, баҡсалағы емеш-еләк ағастары ла иғтибар талап итә. Сөнки тап әлеге мәлдә киләһе йылғы уңыш өсөн нигеҙ һалына.
Емешен йыйып алғас, баҡса еләгенең һабағын төбөнән 4-5 см ҡалдырып ҡырҡалар. Түтәлдәге сүп үләндәрен утап, тупраҡты йомшарталар, һыу һибеп, ашлайҙар.
Ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовниктың ҡартайған ботаҡтарын ҡырҡып алалар, төптәрен йомшартып ҡуялар. Алмағастың бешкән алмаларын даими йыйып торорға, ботаҡтары һынып төшмәһен өсөн, терәүҙәр ҡуйырға кәрәк.