Мал берәҙәклегенә юл ҡуймағыҙ!
12 мая 2017 йыл | Кәңәштәр

Ғәҙәттә, яҙғы-көҙгө миҙгел башланыу менән мал юғалыу осраҡтары йышая. 2016 йыл һуҙымында ошондай 16 енәйәт теркәлде.
Мал (ат, һыйыр, һарыҡ) урлау осраҡтары Красноусол, Табын, Бурлы, Имәндәш, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрендә булды. Хужаларының вайымһыҙлығы, малды төндә сығарып ебәреүҙәре, йә булмаһа яланға бәйләп ҡуйыуҙары, ҡараусыһыҙ ҡалдырыуҙары мал урлауға килтерә лә инде. Ошондай енәйәтте булдырмаҫ өсөн малығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, төндә яланға бәйләп ҡуймағыҙ, мал торған карда-ҡураларығыҙҙы нығытығыҙ. Тик шундай осраҡта ғына уғрылар ҡорбаны булмаҫһығыҙ.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Админис-тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 7.3 статьяһына һәм БР хоҡуҡи-норматив акттарына, муниципаль хоҡуҡи акттарға ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү, ҡыуыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 500 һумдан 1000 һумға, вазифалы кешеләргә 3 меңдән 5 мең һумға, юридик берәмектәргә 10 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡағиҙәне ҡабатлап боҙған осраҡта граждандарға
1 меңдән 3 мең һумға, яуаплы кешеләргә – 5-тән 8 мең һумға, юридик берәмектәргә 15-тән 20 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Илшат КИНЙӘБУЛАТОВ,
полицияның участка инспекторҙары начальнигы,
полиция подполковнигы.