Баҡсасыға Май мәшәҡәттәре
26 мая 2017 йыл | Кәңәштәр

Яҙ тупраҡты урынһыҙға тәрән ҡаҙыу дымды юғалтыуға килтерә. Был хәл булмаһын өсөн ер һай йомшартыла. Тырматылмай өҫтө тығыҙланып, ҡатып ятҡан ер көн дә һәр бер квадрат майҙандан 1 биҙрә һыуҙы быуға осора. Һөҙөмтәлә, ерҙең өҫкө ҡатламы татырлана, таш кеүек ҡата. Былай булмаһын өсөн ергә серетмә, тиреҫ, хатта бысҡы онтағы индерәләр.
Ҡышлау осоронда емеш-еләк ағастары бик күп ваҡ тамырҙарын юғалта. Тамыр яңыртыу өсөн тупраҡта дым, һауа, аҙыҡ матдәләре мул булырға тейеш. Тиреҫ, серетмә, көл, ҡош тиҙәге емеш-еләк өсөн кәрәкле бөтә аҙыҡ матдәләрен дә тота. Ҡош, һыйыр тиҙәген әсетеп ҡулланһаң, тағы ла файҙалыраҡ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА әҙерләне.