Әфлисун – витаминдар сығанағы
14 июля 2017 йыл | Кәңәштәр

Урта быуат табиптары әфлисундың төрлө өлөштәрен дарыу итеп ҡулланған: Доминик Попарели әфлисунды эсәк ауырыуҙарынан тәҡдим иткән, Рэнсеус -  бөйөр ауырыуынан, Лобб иһә әфлисун һутын бәүел ҡыуығында таштар булғанда эсергә ҡушҡан, ул таштарҙы иретә, тип һанаған. Урта быуаттың күп табиптары әфлисун ҡабыҡтарын биҙгәккә ҡаршы тәҡдим иткәндәр. Лазарь Ривнеры (шул ваҡыттағы табип) шундай миҫал килтергән: уның алты ай буйы биҙгәк йонсотҡан бер пациенты көн һайын әфлисун ҡабығын аҡ шарап менән ҡайнатып эсергәндән һуң, бөтөнләй һауыҡҡан. 1757 йылда, Линдтың күҙәтеүҙәре буйынса, зәңге ауырыуына ҡаршы әфлисун һәм лимон һуттарының әһәмиәте ҙур булған.
Әлеге ваҡытта әфлисундың аппетитты асыуы һәм аҙыҡ эшкәртеүҙә ярҙам итеүе иҫбат ителгән. Эс ҡатыу менән йонсоған ауырыуҙарға иртән әфлисун һутын ас ҡарынға йәки кис йоҡлар алдынан эсергә тәҡдим ителә.
Әфлисунда калий, аскорбин һелтеләренең һәм башҡа төрлө витаминдарҙың күп булыуынан гипертоник, атеросклероз ауырыуҙарынан әһәмиәте ҙур. Шулай уҡ тулы кәүҙәле кешеләргә лә тәҡдим ителә. Тик шулай ҙа эс ауыртҡан, гастрит, ашҡаҙандың әселеге юғары булғанда, ун ике эсәк (бөйән) һау булмаған осраҡта был емеште самалы ҡулланыу кәңәш ителә. Иң яҡшыһы – һутҡа яртылаш һыу ҡушып эсеү.
Индира ИШКИНА әҙерләне.