Хеҙмәт шатлығы
22 сентября 2017 йыл | Кәңәштәр

Бала аңлай башлағандан алып үҙе кейенһен, йоҡо урынын йыйыштырһын, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен таҙартһын. Өҫтәүенә, мәктәп уҡыусыһының был эштәрҙе тиҙ, теүәл һәм бөхтә үтәүен даими иғтибарҙа тоторға кәрәк. Быны матур башҡарырға күңелле ярыш ярҙам итә. "Йәгеҙ әле, кем үҙ урынын тиҙ һәм яҡшы итеп йыйыштырыр икән?” – ти әсә һәм балаларына һиҙҙермәй генә сәғәткә ҡарап күҙәтә. "Һауыт-һабаны бүлешеп алайыҡ та уны йыуып ҡуяйыҡ”, - ти атаһы улына.
Әгәр һеҙ балаларығыҙҙың яҡшы, хәстәрлекле кешеләр булып үҫеүен теләһәгеҙ, уларҙы өлкәндәр тураһында ҡайғыртыусан булырға, туғандарына һәм һеҙгә ҡыуаныс килтерерҙәй эш эшләргә кесе йәштән үк өйрәтегеҙ. Әгәр бындай эштәрҙе улар үҙ алдына үҙ белдеге менән эшләһә, быны ваҡытында күреп хупларға онотмағыҙ.
Ғаиләлә 2-3 йәки унан күберәк бала булһа, ваҡыты-ваҡыты менән уларҙың бер-береһенең эшенә баһа биреүҙәрен һорағыҙ, уларҙың баһаһына үҙегеҙ ғәҙел баһа бирергә тырышығыҙ.
Балаларҙың ижади хеҙмәт төрҙәре – сигеү, һүрәт төшөрөү, таҡтаға көйҙөрөп һүрәт яһау, яҙыу-һыҙыу, сәскә, гөлдәр тәрбиәләү кеүек эштәр менән шөғөлләнеүе уларҙың бөтә яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә. Ә ҡар көрәү, мал ҡарау, утын ярыу, һыу килтереү, баҡса эштәре кеүек физик эштәр хеҙмәт күнекмәләрен камиллаштыра, көсөн арттыра, ата-әсәләргә оло ярҙам була. Балағыҙ һәр эшенән ҡәнәғәтләнеү тапһын, хеҙмәт шатлығы кисерһен!
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА әҙерләне.