“Янғындарға ҡаршы – бергә!”
30 марта 2018 йыл | Кәңәштәр, Йәмғиәт

Янғындарҙың төп сәбәптәре - ҡышын йорт-фатирҙарҙы өҫтәмә йылытыу ҡоролмаларын ҡулланыу арҡаһында электр сымдарына көсөргәнештең артыуы уларҙың ҡыҫҡа ялғанышына алып килә, бигерәк тә сымдар иҫке булғанда. Күп янғындар үтә ҡыҙыу яғылған йәки ҡараусыһыҙ ҡалдырылған мейестәрҙән сыға. 37 осраҡта ут менән һаҡһыҙ тотоноу (эскән килеш тәмәке тартып йоҡлап китеү) сәбәпсе булған. Бөтә был сәбәптәр янғын осраҡтары артыуға килтерҙе, уларға беҙ – янғын иҫкәртеү инспекторҙары, дәүләт органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре берләшкәндә генә ҡаршы тора аласаҡбыҙ. Шуға ла әлеге көндә респуб-ликала иғлан ителгән акция "Янғындарға ҡаршы – бергә!” тип атала.
Гәзит уҡыусыларға мейес менән йылытылған шәхси йорт, мунса, баҡса йорттары хужаларына мейес-мөрйәләренең төҙөклөгөн даими тикшереп, төтөн сығыу юлдарын ҡоромдан таҙартып, ярыҡ урындарын балсыҡ менән һыларға кәрәклеген хәтерҙәренә төшөрәбеҙ. Быйыл 167 янғын осрағы мунсаларҙа сыҡҡан, баҡса йорттары ла 2 тапҡырға күберәк янған. Электр сымдарының бөтөнлөгөн, электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн дә күҙәтеп торорға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Был көрәштә янғын тураһында иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу ҙа һөҙөмтәле. Неф-текама, Өфө ҡалаларында, Әбйәлил, Мәләүез ра-йондарында сыҡҡан янғындарҙа тап улар ярҙамында 12 баланың ғүмере һаҡлап ҡалынды. 2016 йылдан башлап республикала аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм балалары булған социаль хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләргә 39 мең шундай ҡоролма ҡуйылған. Йыл һуҙымында бала тыуған ғаиләләргә 50 мең янғын иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу планлаштырылған. Үҙенең һәм яҡындарының хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан һәр кем уларҙы һатып алып урынлаштырһа, бик күп фажиғәләрҙе иҫкәртер ине.