Яҙғы хәстәрлектәр
10 апреля 2018 йыл | Кәңәштәр

Үҙегеҙ ултырған ботаҡҡа балта сапмағыҙ!
Май айында ҡортсоларға умарталарҙы тәрбиәләү хәстәрлектәренән тыш, күстәрҙе, инә ҡорттарҙы һатыу-алыу мәшәҡәттәре лә өҫтәлә. Ҡорттарҙы һис шикһеҙ ра-йонда йәки күрше райондарҙан ғына  һатып алырға кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр  хәтерегеҙгә төшөрәм. Һатып алынған ҡорттар беҙҙәге тәбиғәт шарттарына һәм климатҡа яраҡлашҡан булырға тейеш.
Район гәзиттәре биттәрендә пчелопакеттар һатыу тураһында иғландар күренә лә башланы. Ә был урындағы "йүнсел” аралашсыларҙың көньяҡ тоҡомло ҡорттарҙы һатыу өсөн халыҡтан заказ йыя башлауҙарын аңлата. Дөрөҫ, һатырға һәм һатып алырға бер кемде лә тыйып булмай. Шулай ҙа осһоҙло ҡорттар өсөн түләнгән аҡсаларҙың районда ғына түгел, хатта республикала ла ҡалмауын онотмаһағыҙ ине. Ситтән килтерелгән күстәр урындағы тоҡомдоң генофондын боҙа, мутация барлыҡҡа килтерә. Ә был үҙ сиратында беҙҙең ҡорттарҙың ҡышҡа сыҙамлылығына, эшсәнлегенә, сирҙәргә бирешеп бармаусанлығына туранан-тура йоғонто яһай. Бөгөнгө көндә урындағы ҡорттарҙы урта рус тоҡомона индереүе ауыр. Сөнки йылдан-йыл уларҙа көньяҡ тоҡомдарҙың сифаттары арта бара. Ҡайһы бер билдәләре буйынса урта рус тоҡомло ҡорттарҙы айырырға мөмкин: төҫө, үҙенсәлекле "һаҡалы”, уҫаллығы, таҙалыҡ яратыуы, балды ҡоро итеп мисәтләүе һ.б. Тоҡомдо аныҡ билдәләү өсөн тәрәнерәк морфологик тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк.
Һығымта яһап әйткәндә, һәр умарталыҡтың һәм район умартасылығының хәл-торошо, үҫеше, рентабеллеге, урындағы халыҡтың мул, етеш йәшәүе ҡортсоларҙың үҙҙәренән һәм уларҙың ситтән килтерелгән түбән сифатлы шикле бал ҡорттарын һатып алыуҙың нимәгә килтерәсәген аңлауынан тора. Был ҡорттарҙың берҙән-бер ыңғай яғы – осһоҙлоғо. Ләкин улар ҡыйбат була ла алмай. Сөнки түлһеҙ инә ҡорт менән әре ҡорттоң ҡушылыуын һеҙ бер нисек тә контролдә тота алмаясаҡһығыҙ, ҡортсолар өсөн иң ҙур хәүеф тап ошонда йәшеренгән дә инде.
Ҡайһы бер ҡортсолар өҫтә һанап үтелгән проблемалар буйынса миңә йыш ҡына ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларға ошондай кәңәш бирер инем: хөрмәтле умартасылар, урындағы тоҡом бал ҡорттарының үрсемен алыу, инә ҡорт сығарыу, ҡорт күстәре һатыу менән шөғөлләнегеҙ, район умартасыларына тәҡдим итеп, табыш алырға өйрәнегеҙ. Шулай иткәндә аҡса эшләүсе аралашсылар ҙа кәмер һәм үҙебеҙҙең бал ҡортон да һаҡлап ҡалыр инек.
Рәдиф ХАЛИҠОВ,
район умартасылар йәмғиәте рәйесе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда.)