Баҡсасыға Май мәшәҡәттәре
26 мая 2017 йыл | Кәңәштәр

Май ҡояшы хәтфә йәшеллеккә, сәскәгә күмелгән ерҙе йылы нурҙары менән наҙлай. Был мәлдә иң мөһиме – дым запасын тупраҡта һаҡлау.

Мал берәҙәклегенә юл ҡуймағыҙ!
12 мая 2017 йыл | Кәңәштәр

Ғәҙәттә, яҙғы-көҙгө миҙгел башланыу менән мал юғалыу осраҡтары йышая. 2016 йыл һуҙымында ошондай 16 енәйәт теркәлде.
Мал (ат, һыйыр, һарыҡ) урлау осраҡтары Красноусол, Табын, Бурлы, Имәндәш, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрендә булды. Хужаларының вайымһыҙлығы, малды төндә сығарып ебәреүҙәре, йә булмаһа яланға бәйләп ҡуйыуҙары, ҡараусыһыҙ ҡалдырыуҙары мал урлауға килтерә лә инде. Ошондай енәйәтте булдырмаҫ өсөн малығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, төндә яланға бәйләп ҡуймағыҙ, мал торған карда-ҡураларығыҙҙы нығытығыҙ. Тик шундай осраҡта ғына уғрылар ҡорбаны булмаҫһығыҙ.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Админис-тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 7.3 статьяһына һәм БР хоҡуҡи-норматив акттарына, муниципаль хоҡуҡи акттарға ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү, ҡыуыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 500 һумдан 1000 һумға, вазифалы кешеләргә 3 меңдән 5 мең һумға, юридик берәмектәргә 10 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡағиҙәне ҡабатлап боҙған осраҡта граждандарға
1 меңдән 3 мең һумға, яуаплы кешеләргә – 5-тән 8 мең һумға, юридик берәмектәргә 15-тән 20 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Илшат КИНЙӘБУЛАТОВ,
полицияның участка инспекторҙары начальнигы,
полиция подполковнигы.

Ҙур бәләгә илтеүсе бөжәк
11 апреля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Кәңәштәр

Яҙ етеп көндәр йылыныу менән талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары тураһында ишетелә башлай. Талпандар тупраҡ 5-7 градусҡа  тиклем йылынғас әүҙемләшә. Уларҙың кешегә иң күп һөжүм иткән ваҡыты май-июнь айҙарына тура килә. Август аҙағында, сентябрь баштарында ла талпандарҙың әүҙемлеге күҙәтелә. Республикала йыш осраған һәм кеше һаулығына ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған талпан энцефалиты һәм боррелиоз сирен ошо сирҙәр менән зарарланған талпандар йоҡтора.

Тәмәке – янғын сығанағы
11 апреля 2017 йыл | Хаттар, Кәңәштәр

Ағымдағы йылдың 1 апре-ленә ҡарата Ғафури райо-ны биләмәһендә 10 янғын сығыу осрағы теркәлде, уҙған йылдың ошо осоронда 9 осраҡ булғайны. 2 кешенең ғүмере өҙөлдө (уҙған йылдың ошо осоронда – 4-әү), ике тапҡырға кәмерәк булды. Янғындар 5 торлаҡ йортта, 4 мунсала, 1 кеше йәшәмәгән йортта сыҡты. Янғын сығыу осраҡтарында төп сәбәп булып тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү тора.

Өмөттәрен өҙмә балаңдың!
27 декабря 2016 йыл | Кәңәштәр

Бала өсөн Яңы йыл – ул мөғжизәле, өмөттәр һәм иң серле хыялдар ысынға ашҡан мәл!
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9